Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Сентябрь 2019, 10:47

Белем көнөн түҙемһеҙләнеп көткәндер...

Был ғаилә имен булмағандар иҫәбендә торған, әммә әсәгә ҡарата әллә ни бәйләнерлек сәбәп тапмағандар. Яңғыҙ ҡатындың эскеләгәнен белһәләр ҙә, балаларын тәрбиәләүгә дәғүә белдерерлек сәбәп күренмәгән.

2 сентябрҙә, бөтә ғаиләләр кеүек, Галинскийҙар ҙа мәктәп линейкаһына әҙерләнгән. Иң тәүҙә ҡатындың улы колледжға китә. Әсәй кеше дүртенсе класҡа барасаҡ ҡыҙы Настяның сәсен үреп ҡала. Әммә был бала линейкаға килмәй...


6 сентябрҙә олатаһы полицияға ғариза менән мөрәжәғәт иткәс, Настяны мөгәрәптә быуып үлтерелгән килеш табалар. Мәктәп формаһында, аҡ колготкала, сәстәре матур итеп үрелгән килеш...

Уҡытыусылар ҙа, күршеләр ҙә баланы тик яҡшы яҡтан хәтерләп һөйләй. Тәфтишселәрҙең фекеренсә, берҙән-бер версия – ҡыҙға әсәһе ҡул һалған.


Бөгөн ҡатынды күмәкләп эҙләү ойошторолған, уны Абдулино ҡалаһынан алыҫ булмаған урман һыҙатында үле килеш тапҡандар. Хәҙер ҡыҙ менән әсә араһында ни булғанын бер кем дә әйтә алмай.


Бәләкәй Настяны ете йыл элек вафат булған атаһы эргәһенә ерләгәндәр. 16 йәшлек ағаһы бер аҙнала тулы етем ҡалған...Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: