Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Сентябрь 2019, 11:51

Йәш булһа ла ышаныслы

«Урожай» йәмғиәте коллективында йәштәр етерлек. Улар фермала эшләй, техникаға идара итә, сәсә, саба. Ғаяз Сәйфетдинов (һүрәттә) тап шундайҙарҙың береһе.

Ул район үҙәгендә йәшәй һәм көн һайын күрше ауылға эшкә йөрөй.

- Көн дә бындай юлды үтеү ҡиммәткә төшмәйме?

- Юҡ, шәхси машинам булғас ҡыйынлыҡ һиҙелмәй. Район үҙәгенән тағы бер нисә кеше Тәтербашҡа йөрөп эшләй, йыйылышып барған саҡтар ҙа була, - тип яуап бирә Ғаяз.

Йәш егет бала саҡтан уҡ машина йөрөтөргә хыяллана. Машиналар менән уйнағанда, йыш ҡына үҙен шуларҙың береһенең руле артында тип хис итә. Мәктәптән һуң урындағы училищела теоретик белем ала. Бер үк ваҡытта электрогазосварщиктар әҙерләү курсында ла уҡый. Училищены тракторсы-машинист, В, С категориялы водитель, иретеп йәбештереүсе белгеслектәре алып тамамлай.

Артабан Ғ. Сәйфетдинов Рәсәй армияһы сафында элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Армиянан һуң төрлө сәбәп менән бер нисә эш урынын алмаштыра - йә хеҙмәт хаҡы ҡәнәғәтлендермәй, йә күңеле ятмай. Бер ваҡыт күршеһе Марат Баҡыев менән күрешеп - һөйләшә. Ул «Урожай» йәмғиәтендә «үҙ» кеше була.

- Беҙгә Газикка водитель талап ителә, эшкә килергә теләмәйһеңме?

- Ярай. Эшләп ҡарармын, - тип теләк белдерә ул.

Май айы була. Сәсеү башлана. Ошондай мөһим кампанияла Ғаяз Фаил улы әүҙем ҡатнаша - орлоҡ ташыу менән шөғөлләнә. Йәш водитель «хәрби сынығыу»ҙы яҡшы үтә.

Киләсәктә лә ошондай тынғыһыҙ көндәр күп була. Бесән әҙерләү тамамланыу менән - ураҡ етә, барлыҡ эштә лә Ғ.Сәйфетдинов үҙен әйбәт яҡтан күрһәтергә тырыша. Үҙ сиратында, хужалыҡ етәксеһе Илдар Ғәскәров хеҙмәткәрҙе һәр йәһәтләп хуплай: хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләй, иген, мал аҙығы бирә. Уҙған йылда уның кандидатураһы «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» исеменә күрһәтелде. Бында кешеләрҙе дәртләндерә беләләр. Һәм был бик һәйбәт.

Эш уға оҡшай. Ошо көндәрҙә ул ураҡ эштәре менән мәшғүл.

Себерҙә эшләгән ағайҙары артынан китергә йыйынмай. Әсәһе Раушания Әхәт ҡыҙы ла улының йәнәшәһендә булыуына, эшләүенә, хужалыҡта ярҙам итеүенә бик ҡәнәғәт.
Читайте нас: