Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Сентябрь 2019, 11:54

Уйланығыҙ! Һеҙ балаларығыҙға бик кәрәк

28 августа район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары кабинеты янында кешеләр күп кенә ине. Коридорҙа ата-әсәләр һәм уларҙың балалары балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙы яҡлау буйынса комиссияға үҙҙәренең сиратын көттө.

Сираттағы ултырышта төрлө эштәр ҡаралды. Был - административ хоҡуҡ боҙоуҙар һәм балиғ булмағандарға ҡарата ҡылынған хоҡуҡ боҙоуҙар. Комиссияла үҫмерҙәр һәм уларҙың законлы вәкилдәре - ата-әсәләр ҡатнашты. Шулай уҡ үҙенең ата-әсә бурысын тейешенсә үтәмәүселәр ҙә саҡырылғайны.

Бына, мәҫәлән, биш үҫмер ағымдағы йылдың июль айында урамда йөрөгәндә вай-фай менән йыһазландырылған пластик карта табып алған. Улар сит кешенең банк картаһын файҙаланып, аҡсаны тотонған. Стәрлебаш ауылы магазинында чипсы, газлы эсемлектәр һәм шашлыҡ һатып алғандар, әйткәндәй, һәр ваҡыт үҫмерҙәрҙең иң кесеһе – 12 йәшлек малай хисаплашҡан. Шундай һорау тыуа: «Ни өсөн сауҙа хеҙмәткәрҙәре баланың йәше һәм унда банк картаһы булыу менән ҡыҙыҡһынмаған?». Хоҡуҡ боҙоуҙың асылына төшөнөү өсөн комиссия был осраҡты ата-әсәләр ҡатнашлығында тикшерҙе.

Әммә административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы балалар ғына ҡылмай. Бөгөнгө көндә ата-әсәләр ҙә үҙ балаларына ҡарата закон боҙоуҙарға бара. Балиғ булмағандар янында низағ сығарыу, иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу, ата-әсәләрҙең үҙен тәртипһеҙ тотоуы – ошо һәм башҡа хоҡуҡ боҙоуҙар йыш күҙәтелә. Әсә кеше эсә икән, өйҙә бәлә, тигән һүҙ. Ҡаралған эштәр араһында күбеһе тулы булмаған ғаиләләр, уларҙа ғаилә усағын һаҡларға тейешле әсәләр иҫерткес эсемлектәр ҡуллана. Ф. исемле ханым улдары янында даими эсә, бының менән уларға насар йоғонто яһай, балаларҙың психикаһын боҙа. Бындай ҡылығы өсөн Ф.ға штраф түләтеү төрөндә административ яза бирелде. Стәрлебашта йәшәүсе тағы бер ханым шуға оҡшаш хоҡуҡ боҙоуға барған. Гражданка А. кес кенә балаһы янында шулай уҡ иҫерткес эсемлектәр эскән. Шундай «күңел асыу»ҙарҙың береһенән һуң әсәһе өйҙә йоҡлап киткәс, малай бер үҙе урамда йөрөгән. Бындай хәл ҡабатланған осраҡта ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеү йәки сикләү сараһы ҡулланырға мөмкин. Был ҡатындар үҙҙәренең насар ҡылығы менән балаларының киләсәгенә зыян китереүҙәре тураһында уйланмай. Уларҙың административ язаға тарттырылыуының да киләсәктә һөнәр алыу өсөн уҡыу йортон һайлауҙа йәки эшкә урынлашҡанда кире сағылыш табыуы ихтимал.

Ҡайһы бер эштәр буйынса балиғ булмағандар үҙҙәре хоҡуҡ боҙоусылар булараҡ тикшерелде. Гражданин Н. төндә атаһының автомобилен алып сығып киткән һәм водитель таныҡлығы булмаһа ла, уға идара иткән. Бының башҡалар өсөн хәүефле булыуы, кемдеңдер ғүмерен өҙөүе йәки ғәрип ҡалдырыуы ихтималы тураһында был көндө ул уйлап та тормаған. Уға 5000 һум күләмендә штраф һалынды.

Тикшереүҙәр барышында асыҡланыуынса, ата-әсәләрҙең күбеһе балаларының буш ваҡытын нисек үткәреүе тураһында белмәй. Кисен йөрөп ҡайтҡандан һуң да уларҙың үҙ-үҙен тотоуына иғтибар итмәй, иҫерткес еҫе булыуын тикшермәй. Ата-әсәләр һәм балалар араһында үҙ-ара аңлашыу, ихтирам булмау ҡыҙғаныс. Һәр ғаиләлә һөйләшеү алып барылырға тейеш, баланың мауығыуҙары, дуҫтары, ваҡытын нисек үткәреүе менән ҡыҙыҡһынырға кәрәк. Сираттағы ултырыш күрһәтеүенсә, ата-әсәләр быларҙың береһе тураһында ла белмәйенсә өйҙәрендә тыныс ҡына йоҡлап ята. Ә был ваҡытта балалары автомобиль алып сығып китә, сит кеше аҡсаһына шашлыҡ һатып ала, туғандары менән һыра эскәндән һуң ағыуланып дауаханаға эләгә йәки башҡаларҙың милкенә зыян килтерә.

Балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия уларҙың тормошонда иң кәрәкле – ата-әсә хәстәрлеген һаҡлап ҡалырға теләп, сираттағы тапҡыр балаларҙың хоҡуҡтарын яҡланы. Ә хәҙер ата-әсәләрҙең бурысы ошоно аңлау – үҙ балаларыңа ҡарата хоҡуҡ боҙоуҙар уларға кире йоғонто яһай, улар балаларынан алыҫлаша бара һәм, һөҙөмтәлә, уларҙы юғалтыуы мөмкин. Ә балалар ата-әсәһеҙ үҫергә тейеш түгел.
Читайте нас: