Иртән мәктәпкә киткән еренән ул өйөнә ҡайтмаған. Яҡындары хәүефләнә, эҙләүгә ирекмәндәр, полиция хеҙмәткәрҙәре ҡушылған. Социаль селтәрҙәрҙә лә волонтерҙар мәғлүмәт урынлаштыра, хәбәрләшә.
Малайҙы урындағы урманда ла эҙләү ойошторолған. Буйы 150-155 сантиметр тирәһе, 10-12 йәштәр самаһында күренә, сәсе тура, ҡара төҫтә, күҙҙәре – зәңгәр. Ҡара классик салбарҙа, аҡ күлдәктә, һоро курткала. Рюкзагы ҡыҙғылт һары төҫтә.
Малайҙы күрһәгеҙ, ошо телефондар аша хәбәр итегеҙ: 8-927-969-89-19, 8-917-383-56-87.Башҡортостан гәзитенән.