"Төрлө хәлдәр була. Әммә ундай осраҡтарҙан тиҙ сыға беләм, хатта халыҡ һиҙмәй ҙә ҡала, – тине сәхнә йондоҙо. – Бер шулай Дамира Сәйетова менән Наил Шәймәрҙәновтың концертын алып барабыҙ. Ҡулыма теге яҙыуҙы һалып уҡый торған папканы алып сыҡмағанмын. Шиғырҙың бер юлын ғына әйттем дә оноттом да ҡуйҙым. Ни аралалыр ҡапыл ғына шиғыр уйланым да һөйләнем. Һуңынан сәхнә артына сыҡҡас һорағайным, бер нәмә лә һиҙмәнек, тиҙәр.
Ә-ә, тағы ла бер нәмә иҫкә төштө. Вәхит Хызыровты иғлан итергә торам да, хет үлтер, исемен әйтә алмайым да ҡуям. Тегеләй уратам, былай суратам. Рәсүл Ҡарабулатовҡа ҡарағайным, ана Вәхит үҙе лә түҙмәй тыпырсынып тора, тигәс, барыһы ла иҫкә төштө”.