Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев әйтеүенсә, Баймаҡ АТП-һына сираттағы «Вектор Некст» маркалылар килгән. Дөйөм алғанда, районға быйыл ун автобус бүленә, әле шуларҙың һигеҙе алынған. Ҡала автобустары һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе йөрөтөү өсөн махсус урын һәм ҡоролма менән йыһазландырылған.
Әйткәндәй, Баймаҡ ҡалаһында 13 августан «Башавтотранс» автобустарында «Алға» картаһы файҙаланыла башланы. Уның буйынса билет хаҡы – 18 һум. Тиҙҙән район уҡыусылары өсөн карта киләсәк, билет хаҡы 15 һум буласаҡ.