Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Сентябрь 2019, 10:44

Олатаһын ҡотҡарам тип...

...Алты йәшлек малай саҡ янып үлмәй. Был фажиғәле хәл кисә Түбәнге Новгород өлкәһендә була.

Малай олатаһы менән мунса яғырға тип китә. Ҡайһылыр мәлдә өлкән кешегә ҡыйын булып китеп, ул йығыла. Ошо ваҡытта мунса яна башлай. Малай сығып ҡасаһы урынға олатаһын ҡотҡармаҡсы була, уны сығарырға маташа. Тик көсө етмәй.


Был ваҡытта ашарға бешереп йөрөгән өләсәһе бер ни ҙә ишетмәй. Малай янып, бешеп бөткәс кенә сығып өләсәһенә хәл тураһында әйтә ала. Ул шунда уҡ табиптар саҡырта. Ярҙам килеп еткәндә бала ауыртыныуҙан шок хәлендә була. Әле бик ауыр хәлдә. Тәненең 90 проценты янған, өҫкө тын юлдары шулай уҡ бешкән. Баланы яһалма йоҡлауға талдырғандар. Был уның хәлен яҡшыртыу өсөн кәрәк.


Әйткәндәй, олатаһы урында йән бирә. Бәләкәй батырға һаулыҡ теләйек.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: