Ҡараһам, янымда шат йылмайып ун йыл самаһы күрмәгән, уҡытыусылар өсөн тәғәйен ятаҡта күрше йәшәгән Гөлзифа баҫып тора. Танауыма килеп бәрелгән араҡы еҫенә бер аҙ һипһенеп ҡуйһам да, белгертмәҫкә тырыштым. Тормош булғас, ҡунаҡ-маҙары ла булып тора.
Донъя хәлдәре, яңылыҡтарыбыҙ тураһында хәбәр сурыттыҡ. Ныҡлабыраҡ күҙ һалғас, Гөлзифаның алғы ике теше юҡлығына, йөҙ-ҡиәфәтенең таушалғанына иғтибар иттем. Ул үҙенең тормошҡа сығыуы, ошонда яҡында ғына йәшәүе тураһында теле телгә йоҡмай һөйләне. Ышанмай ҡуйма тигәндәй, ҡат-ҡат: “Барыһы ла яҡшы!” тип ҡабатланы. Минән дә ғаилә, балалар хаҡында һорашты.
Ятаҡта йәшәгән осорҙа юғары уҡыу йортонда уҡытып йөрөгән, йөҙөндә һәр саҡ йылмайыу балҡыған ҡыйғас ҡашлы Гөлзифа менән тәүге көндән үк уртаҡ тел табып, аралашып киттек. Ул минән биш йәшкә олораҡ, йәш кенә килеш кейәүгә сыҡҡан, тик уңмай айырылған. Үҙенең балаһы булмағас, минең бер-бер артлы тыуған ике ҡыҙымды иҫе китеп ярата, ураған һайын күстәнәстәр, бүләктәр ташый. Кандидатлыҡ дәрәжәһе яҡлаған, юғары уҡыу йортонда уҡытҡан, төрлө өлкәләр буйынса белемле ҡатын ғаиләбеҙҙең яҡшы дуҫына әйләнде.
Дүрт-биш йылдан ул да, беҙ ҙә фатир алып, ятаҡ тормошо менән хушлаштыҡ. Аралашыу һирәгәйҙе, әлбиттә. Тиҙҙән Гөлзифа хаҡында үҙе кеүек яңғыҙ ҡатындар менән аралаша, эсештерә икән, тигән һүҙҙәр ишетелеп ҡалды. Унан инде Мәскәүгә докторлыҡ диссертацияһын яҡлау өсөн юлланғанын ишетеп, дөрөҫ түгелдер был хәбәр, тип ҡуйҙым. Бер нисә шылтыратышыуҙы иҫәпләмәгәндә, ара шуның менән өҙөлдө, тиергә була.
Һәм бына көтмәгәндә – бөгөнгө осрашыу! Тормошон ал да гөл итеп һөйләргә тырышһа ла, күңелдә икеле уйҙар ҡалды. Телефондар менән алмаштыҡ.
Бер көн шылтырата. Иҫерек. Илай-илай әллә нимәләр һөйләп бөттө. Үҙемсә йыуатып маташтым. Икенсе көнөнә “Бәйләнештә” селтәрендә бер туған апаһын табып, Гөлзифаның хәлен, бөгөнгө йәшәйешен белештем. Бәлки, кешегә ысынлап та ярҙам кәрәктер.
– Эй, туғаным, ярҙам итер хәлдән уҙған бит инде ул. Беҙ уның менән күрмәгәнде күрҙек. Бер үк бара йәки өйөңә саҡыра күрмә, нисек ҡотолорға белмәҫһең. Бер туғандар булһаҡ та, араларҙы өҙҙөк. Ситтән генә, кейәү аша, ул-был ярҙам күрһәтәбеҙ, итен-майын бирәбеҙ. Уныһын да һатып эсергә күп һорамай. Ярай, кейәү түҙә, былай нимә булыр ине, белмәйем инде... Юҡҡа сыҡты, ниндәй кеше ине... – тип илауланы апаһы.
Кейәүҙәре мосолман, йәғни дини кеше икән. Мәскәүҙә танышҡандар. Әсәһенең үлеме тураһында ишетеп, билет алырға ла аҡсаһы булмағанлыҡтан, сумаҙанын янына ҡуйып, эскәмйәлә түгелеп илап ултырған ҡатынды йәлләп үҙенә алып ҡайтҡан икән Заур. Самолетҡа ике билет алып, бер күреүҙән оҡшатҡан Гөлзифаға ауыр сәфәрендә юлдаш булырға теләк белдергән.
Шул көндән алып бергә икәндәр. Гөлзифаның апаһының Заур тураһындағы һүҙҙәре мине берсә аптыратты, берсә һоҡландырҙы:
– Бер тапҡыр шулай: “Эй, кейәү, үҙең эсмәгән-тартмаған кешеһең. Нисек түҙәһең?” тинем, “Мин Аллаһ алдында уны ташламаҫҡа һүҙ бирҙем” тип яуапланы ул... Башҡортостан гәзитенән.