Тәүге күрешеүҙең рәшәткә артында үтеүе ҡатын өсөн көтөлмәгәнсә була. Баҡтиһәң, ир үҙенең кеше үлтергән өсөн төрмәлә ултырыуын йәшергән икән. Был турала тик һуңғы минутта ғына әйтә.
Бер нисә осрашыуҙан һуң ирҙе сығаралар, пар ҡуртымға фатир алып, бергә йәшәй башлай. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән ир ҡатындың ҙур суммала аҡсаһы булыуын белеп ҡала, уны үҙенән йәшереүенә ныҡ асыулана. Һөйгәнен туҡмап ташлай. Бысаҡ менән янап аҡсаһын ала.
Ярай әле ҡатын юғалып ҡалмай, ир йоҡлап киткән арала полицияға мөрәжәғәт итә. Тегене ҡулға алалар.Башҡортостан гәзитенән.