Уларҙың ғаиләһендә алты бала үҫә. Яңыраҡ ҡатын тағы берҙе, етенсе сабыйын таба. Тик уныһына өйҙә лә, күңелдә лә урын табылмай, күрәһең. Әсә кеше кис сабыйын урындағы дауахананың ҡабул итеү бүлексәһенә алып килә һәм... ҡалдырып ҡаса. Әйткәндәй, баланы өйҙә тыуҙырғаны асыҡлана.
Тәрбиәләргә ҡулыңдан килмәгәс, ниңә ул тиклем табырға һуң? Икенсе яҡтан, һуңғы ваҡиғаларҙы иҫәпкә алғанда, үлтермәй дауаханаға килтергәне лә яҡшы инде.Башҡортостан гәзитенән.