Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Сентябрь 2019, 17:42

Кескәй экстрасенс

Был ғәжәп хәл 2014 йылда Францияның көньяғында була. Берже ғаиләһе бәпәй көтә. Хужабикәнең ауыры дүрт аҙналыҡ ваҡытта әле мәктәпкә лә төшмәгән улы әсәһенең ҡорһағында ике бәпәс булыуын әйтә.

Дүрт ай һуҙымында Аннет УЗИ-ға бармай. Ә кескәй малай һәр ваҡыт ике бәпәй көтә. Туғандары тыуғас, уларҙы кейендеререгә ярҙам итеүе, уйындар өйрәтәсәге хаҡында һөйләй. Әсәһе улына эсендә бер генә бәпәй йәшәүе хаҡында әйтһә лә, малай ризалашмай.


Ауырлы булыуының бишенсе айында ғаилә УЗИ-ға бара һәм табиптың ысынлап та ике сабый үҫешеүен ишетеп, ғәжәпкә ҡала. Ваҡыты еткәс, донъяға ике ҡыҙ бала ауаз һала. Улар һау-сәләмәт тыуа. Малайҙың алдан күрәҙәлек ҡылыуына атай-әсәһе генә түгел, дуҫтары, туғандары әле һаман аптырай.
Читайте нас: