Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Сентябрь 2019, 10:30

Дөрөҫ башлап ебәрегеҙ!

Уҡыу йылы башланыу – бала өсөн ябай осор түгел. Көн буйына нимә теләй – шуны эшләп, кисен һуң ятып, иртән йоҡо туйғас ҡына торорға мөмкин булған өс ай ваҡыт, рәхәт тормош тамамланды. Ҡапыл ғына иртүк торорға, көн тәртибен үтәргә, өйгә эштәрҙе әҙерләргә кәрәк. Балаға һәм ата-әсәләргә бындай ритмға нисек өйрәнеп китергә?

Ялдан һуң күнегеп китеү балаларҙа ла, ялдан һуң эшкә сыҡҡан өлкәндәрҙә лә була. Мәктәптә баланың барыһы ла һәйбәт булһа, ул, бер яҡлап, каникулдар тамамланыуына көйөнһә лә, икенсе яҡтан, класташтарын күреүенә, уҡый башлауына һөйөнә. Әгәр инде ул быға бөтөнләй шат түгел, ауыр һулай икән, уйланырға урын бар: «Мәктәптә бала менән нимә булған?». Мәктәпкә әҙерләнеүҙә тыныс һәм сабыр булығыҙ. Шул рәүешле һеҙ уҡыусыға үрнәк күрһәтәгеҙ һәм унда ла ҡурҡыу, борсолоу кәмейәсәк.

Күп кенә балалар уҡыу йылының икенсе, өсөнсө аҙнаһында ауырып китә: көн тәртибе үҙгәреү сәбәпле килеп тыуған стрестан улар шул рәүешле сыға. Ҡағиҙә булараҡ, бының ҡурҡынысы юҡ. Балалар яңы ритмға яйлаша.

Тәүге аҙна (һәм хатта аҙналар) ябай ғына үтмәй, бала ни тиклем бәләкәйерәк булған һайын уға айырым иғтибар, ата-әсә ярҙамы, ял талап ителә. Баланы артыҡ мәшәҡәттәрҙән арындырырға, унан башта уҡ йыйнаҡлыҡ, уңыштар талап итмәҫкә кәрәк. Унда үҙ-үҙенә ышанмау булдырмаҫ өсөн баланы мәктәптәге ҡыйынлыҡтар һәм уңышһыҙлыҡтар менән ҡурҡытмағыҙ.

Беренсе класҡа барыусылар менән күберәк ваҡыт үткәреү өсөн, ғәҙәттә, ата-әсәләр ял ала. Әммә ата-әсәһе янында булыу мөмкинлеген таба икән, был олораҡ уҡыусыларға ла яңы уҡыу йылына күнегеүҙә ныҡ ярҙам итә. Һис юғы беренсе аҙнала балаға артыҡ нәмәләр йөкләмәү, оҙайлы көнгә ҡалдырмау мөһим. Күп кенә балалар, хатта күптән инде көндөҙ йоҡламағандары ла, тәүге уҡыу аҙнаһында көндөҙгө йоҡоға әйләнеп ҡайта. Баланың ял итергә ваҡыты булһа, һәйбәт. Уға ялғышыу мөмкинлеген дә бирегеҙ. Һәр кем ваҡыты-ваҡыты менән ялғыша, балалар ҙа бынан иҫкәрмә түгел. Улар ялғышыуҙан ҡурҡмаҫҡа, ә уларҙы төҙәтә белергә тейеш. Юғиһә, балала бер нәмә лә булдыра алмауы тураһында инаныу барлыҡҡа килә.

Башланғыс мәктәпте тамамлағандар бигерәк тә көсөргәнеш кисерә. Улар йыш ҡына тәүге аҙналарҙа ғына түгел, тәүге айҙар буйына төшөнөп китә алмай. Элек аңлашыла ине: ғәҙәттә бөгөн иртәгә булған өйгә эштәр бирелә, өҫтәүенә улар белгән өс-дүрт фәндән генә. Ә бында фәндәр ҙә бик күп, дәрестәрҙе бер аҙнаға инәсәк фәндән бирәләр, уларҙы ҡасан эшләргә кәрәклеге аңлашылмай. Нимә алып килергә ҡушҡандары тиҙ генә онотола. Төрлө уҡытыусылар, төрлө талап, төрлө дәфтәрҙәр... Ғәҙҙәттә, бишенсе класҡа барғанда ата-әсәләр балаларының мәктәпкә нисек барыуын, әйберҙәрен онотоп ҡалдырмауын тикшермәй, өйгә эштәрен эшләүен ҡарамай: улар хәҙер үҙ аллы булған кеүек тойола. Хәҙер бишенсе класҡа барыусыларға ла, беренсе кластар кеүек үк ата-әсә ярҙамы талап ителә. Тап бына эҙмә-эҙлеклелектә.

Беренсе аҙнала ғәҙҙәттә өйгә эште күп бирмәйҙәр, шуға күрә бала менән саф һауала булырға, паркта йөрөргә, киноға барырға мөмкин. Әгәр балағыҙ бәләкәй һәм ул бөтөнләй ҡуркып ҡалған икән, уны мәктәпкә ебәрмәйенсә, бер көнгә өйҙә ҡалдырырға мөмкин.

Өҫтәмә занятиелар, түңәрәктәр тәүге аҙнала уҡ эшләй башлай икән, балағыҙға ҡарағыҙ. Улар төрлө. Иртәнән кискә тиклем төрлө шөғөлдәргә яратып йөрөгән, үҙен яҡшы хис иткән балалар менән бергә бындай график ауыр бирелгәндәре, әкренләп өйрәнгәндәре лә була.

Каникулдан һуң уҡыуға еңелерәк күсеү өсөн ҡайһы бер балаларға, мәҫәлән, матур пенал, дәфтәрҙәр, башҡа төрлө сағыу кәрәк-яраҡ менән бүләкләү ҙә етә. Шулай уҡ ғаилә менән 1 сентябрҙә кафеға барып, туңдырма ашарға, тәүге уҡыу аҙнаһында уның яратҡан ризыҡтарын әҙерләргә мөмкин. Ә инде арығанын күрһәгеҙ, бер ни тиклем ял биреү зарур. Ғөмүмән, иң мөһиме – балаға иғтибарлы, йәнәшәһендә булыу, ә башҡаһы яйға һалыныр.


Зөһрә ФӘЙРҮЗОВА, Стәрлебаш башланғыс мәктәбе педагог-психологы.
Читайте нас: