Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Сентябрь 2019, 11:44

Алла бабай кемдең башына һуға?

Өфөлә урам буйлап китеп барабыҙ. Беҙҙең алдан ғына барған бәләкәй бала ҡысҡырып илай-илай кексын ергә бәрҙе лә ҡуйҙы. Әсәһе балаһын тымыҙа башланы, ергә ырғытылған ризыҡта ҡайғыһы ла булманы. Ул шул килеш балаһын күтәреп алып, әүрәтә-әүрәтә ары китте.

Ә бит беҙ бала саҡта “Ризыҡты ташларға ярамай, Алла бабай башҡа һуға!” ти торғайнылар. Аллаһ Тәғәләнең бабай булыуы-булмауы тураһында түгел бында төп фекер, ә ашамлыҡты ҡайҙа етте ташларға ярамағанлығын аңлатырға теләгәндәр. Улай ғына ла түгел, хатта һалған ашты ашап бөтөрмәгәндәргә лә шелтә эләгә ине: бәхетеңде ҡалдыраһың, ашап бөтөр, ти торғайны нәнәйем. Улар быуыны аслыҡты, яланғаслыҡты күргәс, ризыҡты исраф итеүгә бик иғтибарлы булды. Хатта мәктәптә класс сәғәттәрендә икмәк өҫтәлгә килеп ултырғансы нисәмә кешенең хеҙмәте түгелеүе тураһында һөйләйҙәр ине.


Кексты алып, магазин тәҙрәһе төбөнә ҡуйыуым булды, уның янына күгәрсендәр йыйылып та китте...Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: