Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Сентябрь 2019, 08:18

Земфира Байбулдина Өфө подъездарын йыуған

Сәхнәлә һәр ваҡыт затлы күлдәктәрҙә күреп өйрәнгәнбеҙ был ханымды. Ул үҙенең бала сағы, йәшлек йылдары хәтирәләре менән ихлас уртаҡлаша.

“Маҡтанып әйтмәйем, Байбулдиндар заты ауылда уңғанлығы, һәр эшкә маһир булыуы менән билдәле, – ти ул. – Берәүҙәре оҫта итеп һүрәт төшөрә, икенселәре өҙҙөрөп баянда уйнай, йырлай, һәр береһе тиерлек балта оҫтаһы, ҡорт үрсетәләр. Мин ҡул ҡаушырып, кемдәндер әҙерҙе көтөп ултырған Байбулдиндарҙы белмәйем. Шуға ла һәр береһе етеш йәшәй.


Бөтмөрлөк нәҫелдән киләлер тип уйлайым. Мин, мәҫәлән, үҙем дә һигеҙенсе класта уҡығанда уҡ мәктәптә бейеү түңәрәге алып барҙым, айына 40 һум эш хаҡы алдым. Университетта уҡыған йылдарҙа Телеүҙәк янындағы йорттарҙың подъездарын йыуҙым. Шуға ла кеҫәмдә һәр ваҡыт аҡса булды. Ҡалала аҡса эшләү өсөн мөмкинлектәр күп. Бары йыбанмаҫҡа кәрәк”.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: