Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Сентябрь 2019, 12:42

Вайымһыҙ баш – яуға ярҙамсы

2 сентябрь – Икенсе донъя һуғышы тамамланған көн. Йөрәгеңде тетрәткән, күңелең ҡабул иткән хәл-ваҡиға зиһен дәфтәрендә ташҡа уйып яҙылған кеүек һаҡлана. XX быуаттың иң ҙур ҡораллы алышы булып рәсәйҙәр өсөн Бөйөк Ватан һуғышы иҫәпләнә. Ул 1941 йылдың 22 июнендә башланып, ғәмәлдә 1945 йылдың 2 сентябрендә тамамланған, ләкин тарихта Икенсе донъя һуғышы тигән төшөнсә киңерәк мәғәнә һаҡлай.

Хәйлә – дәүләттең һул ҡулы...


Ғөмүмән, “донъя” һүҙе үҙе генә афәттең глобаль ҡолас алыуын күрһәтә. Уйлап ҡарағыҙ: был һуғышҡа төрлө рәүештә 72 дәүләт йәлеп ителгән. Туранан-тура ҡораллы алышҡа 110 миллионға яҡын һалдат мобилизацияланған, һуғыш барышында 62 миллион самаһы кеше һәләк булған, шуларҙың 27 миллиондан кү­берәге – СССР граждандары. Ҡорбандар иҫәбенең теүәл түгеллеге һәр кемгә мәғ­лүм. Ғөмүмән, сәйәсәттең бер сағылышы булараҡ, һуғыш та ялғанлыҡ һәм икейөҙ­лөлөк менән мөлдөрәмә тулы. “Әгәр көс ҡулланыу сәйәсәттең уң ҡулы булһа, хәйлә — уның һул ҡулы”, тип раҫлау һис ҡасан да иҫкермәй.


Бөйөк Ватан һуғышының башланыуы тураһында яҙһаҡ та, һөйләһәк тә, “мәкерле рәүештә”, “көтмәгәндә”, “ниндәй ҙә булһа дәғүә ҡуймай” кеүегерәк штамптарҙы ҡулланырға күнеккәнбеҙ. Ә бит ябай ғына логикаға таянғанда ла, туптар шартлар, мылтыҡтар атырҙан алда теләһә ниндәй хәрби кампанияның сәйәси концепцияһы нигеҙләнә, стратегик маҡсаттары, тактик алымдары билдәләнә. Ҡыҫҡаһы, Икенсе донъя һуғышында төп ролде уйнаған Советтар Союзы, Германия, Бөйөк Британия, Америка Ҡушма Штаттары, Франция, Япония, Италия берсә – күмәкләшеп, берсә икәү-ара йә үҙаллы пландар ҡорған, союздарға берләшкән, йәшертен килешеүҙәр имзалаған, ҡыҫҡаһы, үҙе отоп, уҙаҡташын төп башына ултыртырға тырышҡан. Һәм был – сәйәсәттә ғәҙәти хәл.


Икенсе донъя һуғышының башланыу сәбәптәрен яҡшыраҡ аңлар өсөн мәхшәр алдындағы йылдарға, сәйәси тормошҡа әйләнеп ҡайтайыҡ.


Беренсе донъя һуғышына нөктә ҡуйыу тураһында Версаль тыныслыҡ килешеүе Германияға хәрби йәһәттән ҡайтанан аяҡҡа баҫыу өсөн байтаҡ мөмкинлек ҡалдырған. Еңеүсе илдәргә түләнергә тейешле репарациялар тураһында Франция бик ны­ҡышып ҡараһа ла, Көнбайыш держа­валарҙа өҫтөнлөк иткән либералдар илде самаһыҙ асыуландырыуҙан һағайған. Һәм түләү мәсьәләһе күп тә үтмәй онотолған.


Уның ҡарауы, Германия үҙенең ҡораллы көстәрен тиҙләтеп терелтеү мөмкинлеген алған. Ошо уҡ ваҡытҡа алмандар яғынан ультиматум рәүешендә Европа дәүләттәре сиктәрен 1914 йылға тиклемге хәлгә ҡайтарыу, милләт мәсьәләләре күтәрелә башлай. Версаль килешеүе һөҙөмтәһендә Германиянан ситтә, яңы хасил булған дәүләттәрҙә йәшәргә мәжбүр ителгән немецтарҙың ризаһыҙлығын Гитлер оҫта файҙаланған. Ул ғына ла түгел, ризаһыҙлыҡ тыуҙырған һәр сәбәп, Европа дәүләттәрендәге демократияның хәрби йәһәттән көсһөҙлөгө менән дәртләндерелеп, был ил талаптарын киҫкенләштерә генә барған. Мәҫәлән, Көнсығыш Пруссия Германиянан 1919 йылда айырып алынған, һәм улар ара­һында “Поляк коридоры” тип йөрөтөлгән Польша билә­мәһе хасил булған. Мәғ­лүмдер, Көнсығыш Пруссия — быуаттар буйы алмандар йәшәгән ер, һәм әлеге “коридорҙа” урынлашҡан ирекле Гданьск (немецтарса — Данциг) ҡалаһында ла күпселекте алман ҡәүеме тәшкил иткән.


Халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙәге көсөргәнеш


1939 йылдың йәйендә Гитлер ҡаланы Германияға ҡайтарып биреү талабын ҡуя. Поляктар, тәбиғи, ҡырталаша һәм, Германия һөжүм итә ҡалһа тип, Британиянан ярҙам тураһында килешә. Германияла ла, Польшала ла — сәйәси көрсөк. Ике яҡта ла шовинизм ҡотороп сәскә ата, ләкин Гитлер үҙен өйәнәге йыш тотҡан фюрер ғына түгел, бәлки был осорҙа аҙымын һәм һүҙен үлсәй белгән сәйәсмән-стратег итеп күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта ул, башҡалар кеүек үк, Британия яғынан йөкләмәнең үтәлеренә лә ышанмай, сөнки СССР менән Германия араһында бер-береңә һөжүм итмәү тураһында пакт имзаланғандан һуң, Британия Рәсәйҙе союздаш булараҡ юғалта. Британияһыҙ иһә Польша яҡлау­сыһыҙ ҡала. Һәр хәлдә, 29 август иртә­һендә Британияның Берлиндағы илсеһенә шартлы рәүештә “Коридор эсендәге коридор” тип аталған план тапшырыла. Ул ғәмәлгә аша ҡалһа, Германияны Көнсығыш Пруссия менән тимер юл тоташтырырға тейеш була. Тимәк, башҡа ил вәкил­дәренең күҙәтеүе аҫтында әлеге биләмәлә референдум үткәреү мөмкинлеге лә тыуа.


Уҙған быуаттың 30-сы йылдары аҙа­ғында Европала хәл үтә көсөргәнешле була. Күп илдәрҙе фашист Германияһының агрессив ғәмәлдәре ҡурҡыуға һала. Өҫтәүенә СССР-ҙы Японияның әүҙемлеге борсой. Беҙҙең ил 1934 йылда Милләттәр лигаһына ағза булып инә. Сәйәсмәндәргә коллектив именлеккә йүнәлтелгән төрлө килешеүҙәр аша донъя низағынан ҡотолоу мөмкинлеге бар һымаҡ тойола, ләкин күп тә үтмәй, коллектив именлек идеяһының (бигерәк тә Германияның ҡатнашлығы менән) бойомға ашмаҫы асыҡлана. Яҡынлашып килгән низағтағы яҡтарҙың һәр ҡайһыһы бүтәндәр иҫәбенә отошло урынды эләктереп ҡалырға ынтыла. Шуғалыр ул йылдарҙағы халыҡ-ара мөнәсәбәттәргә һәр төрлө юлдар эҙләү, сәйәсмәндәр үҙҙәре лә ышанмаҫтай хәбәр һөйләү, декларациялар, йәшертен һөй­ләшеүҙәр, вәғәҙәләр һәм килешеүҙәр хас. Әйткәндәй, XVIII быуаттағы шикелле, килешеүҙәр һәм вәғәҙәләр халыҡ күрмәҫ протоколдарҙа теркәлгән.


Сәйәсәттәге уңыш


Ошо ваҡытта – көсөргәнешле, тото­роҡһоҙ шарттарҙа – совет етәкселеге инглиз-француз делегацияһы менән мәғә­нәһеҙ һөйләшеүҙәрҙе дауам итә барып, Германия менән мөнәсәбәттәргә ауыша башлай. Нацизм юлбашсыһының совет иленә ҡаршы төбәлгән риторикаһы Сталинды ҡаушатмай. Тәжрибәле сәйәсмән булараҡ, ул һүҙҙең дә, ысын мәнфәғәт­тәрҙең дә баһаһын яҡшы белә. Гитлер, үҙ сиратында, эҙмә-эҙлекле өс маҡсат бил­дәләп, уларҙы өс этапта бойомға ашы­рырға йыйына: эске сәйәсәттә нацистарҙың тоталь хакимлығын тәьмин итеү, артабан Германияның Үҙәк Европалағы хакимлығы һәм, ниһайәт, донъя өҫтөнән хакимлыҡ.


СССР-ҙың Европа өлөшөн Герман империяһы тарафынан йотоуҙы алман халҡына уның көнсығыштағы биләмә­ләрен ҡайтарып биреү менән аҡлайҙар. Бер ыңғай “йәһүдтәр мәсьәләһе лә” хәл ителә. Был планды бойомға ашырыу 1933 йылда башлана. Тәүҙә Францияны баҫып алырға, унан һуң — СССР-ҙы. Ул саҡта донъя державалары булып Британия, Япония, АҠШ һәм Өсөнсө рейх ҡала. Һөҙөмтәлә Германия Африкалағы колонияларын һәм Атлантик океандағы хәрби-диңгеҙ базаларын кире ҡайтара.


Гитлерҙың стратегияһы хәрби низағты киңәйтеүҙе талап итә. Ул инде Британия менән бергәләп АҠШ-ҡа ҡаршы һуғыш асыу тураһында уйлай. Үҙ маҡ­сатына өлгәшеү өсөн Гитлер теләһә ниндәй сараларҙан да тартынмай. 1939 йылда Советтар Союзы менән бер-береңә һөжүм итмәү тураһында пакт төҙөлә. Башҡорт халҡында “Ҡарғанан ҡарауыл ҡуйһаң, өҫтөңә яу килтерер” тигән әйтем бар. Германия менән ул саҡтағы “дуҫлыҡ” та, ахыры, шул ҡарһүҙҙе раҫлап ҡуя.


Пакт иһә Сталинға сәйәсәттәге уңыш булып күренгән. Беренсенән, ул Германия яғынан һөжүмдән ҡурсалаһа, икенсенән, Рәсәй империяһының 1917 – 1920 йыл­дарҙа юғалтылған Көнбайыш провинцияларын ҡайтарып алыу форсатын биргән. Өсөнсөнән, пакт “капитал донъяһын” ҡаҡшатасаҡ глобаль һуғышты башлап ебәрергә, Европаны советлаштырыу һәм, ахыр килеп, СССР-ҙың Германияны ла, бүтән көндәштәренең дә еңеүен тәьмин итергә тейеш була. 1939 йылдың 19 авгусында, Политбюро ултырышында сығыш яһағанда, Сталин былай ти: “Иптәштәр! Хеҙмәт кешеләре ватаны булған СССР-ға Рейх менән капиталистик инглиз-француз блогы араһында һуғыш тоҡаныуы кәрәк. Ике яҡ та йонсоһон өсөн һуғыш мөмкин ҡәҙәр оҙаҡ барһын... Нейтралитет позицияһына тоғро ҡалып һәм үҙ мөҙҙәтен көтөп, СССР хәҙерге Германияға сеймал һәм аҙыҡ-түлек менән ярҙам күрһәтәсәк”.


1939 йылдың 1 сентябрендә, 80 йыл элек, Германия Польшаға ябырыла – Икенсе донъя һуғышы башлана, ә 1945 йылдың 2 сентябрендә ул тамамлана.

Читайте нас: