Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Сентябрь 2019, 08:33

Үҙ ҡулдарың менән әҙерләнгән шампунь

Өй шарттарында ла бынамын тигән шампунь әҙерләп була.

Тәбиғи ингре­диенттарҙан ғына әҙерләнгән шампунь күпкә фай­ҙалыраҡ та. Бының өсөн бер банан, бер йомортҡа һарыһы, бер лимондың һуты, берәр ампула В6 һәм В12 витаминдары етә.


Бананды әрсеп, өҫкө йәбешкәк ҡатламын бысаҡ менән алып, лимон һуты һәм йомортҡа һарыһы ҡушып, блендер менән яҡшы итеп туғырға. Һуңынан витаминдарҙы һалып болғатырға ла, һыуытҡыста һаҡларға (ике-өс көндән артыҡ тоторға кәңәш ителмәй).


Әҙер булғас, ҡоро сәскә һөртөп, 30 минут тоторға, һуңынан һыу ҡушып ыуаларға (массаж яһаған кеүек) һәм йыуып төшөрөргә. Әлбиттә, еүеш сәскә лә һөртөргә ярай. Был шампунь менән сәсте аҙнаһына бер йыуыу ҙа етә.
Йәшлек гәзитенән.


Читайте нас в