Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Сентябрь 2019, 08:20

Түрә (Юмореска)

Изге урын буш тормай, тигән булалар тағы. Булмаҫ һиңә! Төптө буш һүҙ! Бына беҙҙең ҡалала бер шәп бүлмәләге зәһәр кресло йыл буйы етемһерәп торҙо. Шунда ғына түрә итеп ҡуйырҙай йомро башлы кешеләрҙең урам буйында тәгәрәп ятмауына үҙебеҙ инандыҡ.

Мәгәр таптылар бит бер көн. Ул ҡайһылыр түрәнең өс туған һеңлеһенең ире ине. Ысынлап илаһаң, һуҡыр күҙҙән дә йәш сыға, тип бик хаҡ әйткән икән боронғолар.


Таптылар тигәс тә, килде лә йәйелеп ултырҙы түгел инде. Һәр нәмәнең исем өсөн булһа ла рә­те-сираты бар. Саҡырттылар бы­ны тейешле урынға, тегене­һен-быныһын һорашҡан булдылар:

– Ниндәй пландарың бар?


Егетте бик ентекле тыңланылар. Ул көтөлгәндән дә шәп булып сыҡты. Теле телгә йоҡмай. Теге­ләр һорау бирергә өлгөрмәй хат­та. Теге нимә эшләргә уйлауы, бөгөнгө һымаҡ йәшәргә ярамауы, алдағы егерме-утыҙ йылға программа ҡабул итергә кәрәклеге хаҡында хәбәрен теҙҙе генә. “Хәҙер элеккесә булмаясаҡ, башҡаса йәшәйәсәкбеҙ, бөтә нәмә яңыса буласаҡ. Беҙ үҙебеҙҙең киләсәкте төҙөйбөҙ. Барыбыҙ ҙа яҡшы йәшәргә тейеш”.


– Шундай кеше ни өсөн әрәм булып ятҡан унда? Бөгөндән әҙер түрә! – тигәндәр.


Шулай итеп, яңы етәксе эш башланы. Әлбиттә, уға артабан кәрәк буласаҡ кәңәштәрҙе иҫтә тоторға кәрәклеген әйттеләр.


– Мәҫәлән, һеҙҙең алда үҙе­геҙҙән ҙурыраҡ етәксе сығыш яһай, ти. Ул асыуланып берәйһен шел­тәләһә, һин ошондай ҡиәфәттә ултырырға тейеш. Ә инде бер аҙ шаяртып, ауыҙын йырһа, йөҙөңдә мотлаҡ йылмайыу сатҡылары булыуы мөһим.


Бер нисә көндән түрә ҡул аҫ­тында эшләйәсәк әллә нисә меңләгән хеҙмәткәрҙе кәңәшмәгә йыйҙы. Әлбиттә, мәктәп уҡыусыһы кеүек тып итеп сыҡты ла һөйләне түгел. Быға алдан етди әҙер­ләнделәр. Ойошма бүлектәрендә шәп доклад яҙҙылар, шымарттылар. Махсус кешеләр саҡыртып, уны нисек уҡырға, халыҡ алдында үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге хаҡында ҡат-ҡат иҫкәрттеләр. Мәҫәлән, ҡасан тамаҡ ҡырырға, ҡайһы урында халыҡтың күҙенә ҡарап алырға, ниндәй һүҙҙәрҙе бер нисә тапҡыр ҡабатлап әйтергә. Бығаса күҙенә зарланмаған кешегә алтын тирәсле күҙлек кейергә ҡушылды, сит илдән күндән тегелгән ҡалын портфель алып ҡайтарылды.


Бына түрә залдағыларға ҡарап алды ла тамағын бер аҙ ҡырып һүҙ башланы.


– Былай йәшәргә ярамай. Тамырынан үҙгәртергә кәрәк. Әллә күпме етешһеҙлек, йәштәрҙең йә­шәр мөйөшө юҡ, уларға йорт һалыр өсөн ер бүлер кәрәк. Әйҙәгеҙ, бер­гәләшеп ойошмабыҙҙы алға сы­ғарыу өсөн тырышайыҡ. Саҡ ҡына көтөргә кәрәк. Сабырлыҡтың төбө – һары алтын. Яҡшы йәшәү өсөн бөтөн мөм­кинлектәребеҙ бар…


Йәштәр сығышты бөтөнләй онотолоп тыңлай. Күбеһенең хат­та эштән ҡайтҡас барып төнәр мөйөшө лә юҡ бит. Еңел һулап ҡуйҙы улар. Ниһайәт, проблемаларын аңлаған етәксене ҡуйҙылар.


“Ҡайһылай ҡыйыу егет, дөрөҫөн һөйләй бит!” – тип баш сайҡап тыңланы халыҡ.


Бер йыл үтте, икенсеһе… Түрә әлеге телмәрен һаман да ял­ҡынланып уҡыны.


Биш йыл үтте. Етәксе йәнә ҡул аҫтындағыларҙы ултырышҡа йый­ҙы. Ҡырҡ иләктән иләнеп шымарған докладты ул сираттағы мәртәбә бик шыма уҡыны:


“…Әлбиттә, тырышабыҙ, эш­ләйбеҙ. Шулай ҙа тормошобоҙҙа бөтәһе лә ал да гөл түгел әле. Хеҙмәткәрҙәребеҙ яҡшы тормошҡа лайыҡ. Беҙҙең барлыҡ мөм­кинлектәр бар…”Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: