Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Сентябрь 2019, 08:04

Әнүәр Нурғәлиев кем менән йоҡларға яратҡан?

Бала саҡ... Йылдар үткән һайын ғәмһеҙ саҡтар һағындырып иҫкә төшә. Ошо көндәрҙә тыуған яғы – Әлшәй районының Әүрезтамаҡ ауылында яҡташтарына матур тамаша әҙерләгән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әнүәр Нурғәлиев та сабый сағын иҫкә төшөрөп, былай ти:

– Беҙ биш бала үҫтек, мин иң кесеһе. Мин гел әсәй янында булдым. Мәктәпкә барғансы әсәй янында йоҡларға яраттым. Ул йоҡо иң татлыһы ине, әммә ундай бәхет һирәк эләгә. Атай фермала ҡарауылсы булып эшләй, аҙнаһына бер тапҡыр уның сираты тура килә. Мин шул көндө көтөп кенә тора инем. Атай дежурға китә, ә мин әсәй янына..."– тип яҙа йырсы.


Фото: йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: