Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Сентябрь 2019, 08:00

Милләттәшебеҙҙе танымай тормағыҙ!

Беҙҙең иң матур, уңған, уңышлы милләттәштәребеҙҙең береһе, һылыуҡай Ләйсән Үтәшеваның һуңғы ваҡытта буй-һынын ипкә килтереү менән ныҡ мауығыуы, ун килограмға ябығыуы мәғлүм.

Әле Ләйсән йылы диңгеҙ буйында яҡындары менән ял итә, социаль селтәрҙә матур-матур фотолар ҡуйып шатландыра.

– Миҙгел аҙағына етеп килә, ә минең сәхифәлә бер йәй фотоһүрәте юҡ. Төҙәтергә кәрәк! Шуға бер нисә фотоны бер юлы һалам, – тип яҙа ул уйынлы-ысынлы.


Фотоларҙың авторы – Ләйсәндең ире, шоумен Павел Воля. Яҡташыбыҙ уны шаяртып: “Аллаһы Тәғәлә биргән фотограф”, – тип атай, имеш.

Ләйсәндең яҡшы кәйефе, зауыҡлы ҡиәфәте, һомғол буй-һыны күптәрҙә һоҡланыу тыуҙырһа ла, бәғзеләр уның ҡара сәстәрен асыҡ төҫкә буяуына, блондинка булып китеүенә ҡырҡа ҡаршы.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: