Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Сентябрь 2019, 08:11

Гагарин менән осрашҡан

Беренсе космонавт менән төшкән фотоһын ул ҡәҙерләп һаҡлай.

Салауат районының Малаяҙ ауылында йәшәгән диңгеҙ авиацияһы подполковнигы, хәрби осоусы Шамил Шәриф улы Вәлиев Ҡырымда эскадрилья командиры булып хеҙмәт иткән һәм ҡотҡарыусылар отряды командиры сифатында Байконур космодромына осҡан.


Беҙҙең планетаның тәүге космонавы Юрий Гагарин менән осрашыу бәхетенә нисек юлығыуын авиация ветераны ҙур ғорурлыҡ менән хә­терләй. Шамил Шәриф улы Баш­ҡорт­остандың Ғафури районында тыуған. Бала саҡтан математика фә­нен яратып үҙләштерә, олимпиа­даларҙа ҡатнаша һәм еңеүҙәргә өлгәшә. 1966 йылда ҙур конкурс аша, үҙ ваҡытында Юрий Гагарин уҡып сыҡҡан Ырымбур юғары хәрби авиация осоусылар училищеһына уҡырға инә һәм 1970 йылда уҡыу йортон инженер-осоусы дипломы менән тамамлай, “Л-29” һәм “Ил-28” самолеттарын үҙләштерә. Ә инде 1967 йылда ошо уҡыу йорто бинаһында уға донъя йөҙөнөң иң беренсе космонавы менән осрашыуҙа ҡатнашыу бәхете тейә.


Юрий Алексеевич бик йөкмәткеле сығыш яһай, һуңынан буласаҡ осоу­сылар менән фотоға төшә. Әйткәндәй, был фотоһүрәт Юрий Гагарин тураһындағы китапҡа ла инеп ҡалған.

Шамил Шәриф улының хәтерендә беренсе космонавт бик аҡыллы, яҡты, көләс йөҙлө һәм изге күңелле кеше булып ҡалған. Үҙенең йыһан леген­даһы менән ҡул биреп иҫәнлә­шергә һәм фотоға төшөргә насип булыу яҙмышы менән ул сикһеҙ ғорурлана һәм уны ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлай.


Артабан үҙенең хәрби хеҙмәтендә Шамил Шәриф улы Гагариндың Тыуған илебеҙгә намыҫ һәм выждан менән хеҙмәт итеү бурысын үтәү тураһында нәсихәтен теүәл башҡара. Хәрби уҡыу йортон тамамлағас та Ҡара диңгеҙ флоты авиацияһы флотына йүнәлтелә һәм Ҡырымдағы Евпатория ҡалаһына ингән ҡасабала хеҙмәтен башлап ебәрә.

Тәүге вазифаһын “Бе-12” самолетында карап командиры ярҙам­сыһы сифатында башҡарған һәм хәрби хеҙмәтен беренсе класлы осоусы, подполковник дәрәжәһендә эскадрилья командиры булып тамамлай. “Ауыр хеҙмәт бик ҙур көсөр­гәнешлек һәм яуаплылыҡ талап итә ине, тәжрибәле командирҙар һәм начальниктар етәксе­легендә беҙ профессиональ кимәле­беҙҙе үҫтерҙек, дәүләт әһәмиәтендәге, ваҡыты менән кеше ғүмеренә хәүеф менән бәйле бурыс­тарҙы үтәнек”, – тип һөйләне ветеран.


Шамил Шәриф улы 20 йылдан ашыу авиацияла хеҙмәт иткәндән һуң Салауат районында типография коллективын етәкләй, Малаяҙ ауылын даими йәшәү урыны булараҡ һайлай, сөнки бында уның әсәһе, ғаиләһе менән апаһы һәм йыраҡ түгел ағаһы йәшәгән була. Икенсенән, Салауат районының иҫ киткес мөғжизәле тәбиғәтен үҙенең Ғафури районына хас булыуы менән оҡшата ул был төбәкте.


1994 йылдан алып 2002 йылға тиклем район типографияһында хеҙмәт итеү дәүерендәге уңыштары хаҡын­да билдәләмәү мөмкин түгел. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, 1994 йылда был типография республикала күрһәткес­тәре буйынса һуңғы урынды биләгән. Ә инде 2002 йылда, ул эштән китеүгә, етештереү күрһәткестәре буйынса республикала Салауат районы типографияһы икенсе урынға сыға.


– Эш бик ҡыҙыҡлы ине. Ике йыл эсендә типографияны компью­терҙа йыйыуға һәм нәшерләүгә күсерҙек. Шәхсән үҙем бер нисә станокты йыйып, яйға һалдым. Эшлектән сыҡҡан “ИЖ-412”-не (йөк фургоны) йүнәтеп алдым, брошюралау эшен ойош­торҙоҡ. Ғөмүмән, тәьминәтсе лә, көйләүсе лә, корректор ҙа булдым. Ҡағыҙҙы тағатыу буйынса станокта ла эшлә­нем, тиҙ мөҙҙәттә талап ителгән заказдарҙы ла баҫтым. Хәтеремдә, һигеҙ йыл эсендә бер тапҡыр ғына отпуск алып ҡалдым... – тине Шамил ағай.


Полиграфия өлкәһендә белемгә, ябай ғына эш алымдарына эйә булмайынса типографияла эш башларға тура килә уға. Махсус әҙәбиәт уҡый, күп нәмәне һынау ысулдарын ҡул­ланып һәм хаталар аша үҙләштерә ул. Тәжрибәле коллектив менән эште яйға һалып, бурыстарҙы уңышлы үтәп сығыуға өлгәшә Шамил Шәриф улы, шуға күрә лә ул коллегаларына, замандаштарына ярҙамдары һәм берҙәм уңышлы хеҙмәттәшлек өсөн ҙур рәхмәтле.


Үткән йылдың декабрендә Шамил Шәриф улы Вәлиев 70 йәшлек юбилей тантанаһын билдәләне. Көр күңелле, хәрбиҙәрсә ыҡсым кәүҙәле, ҡеүәт бөркөп торған ветеран әле лә ҡул ҡаушырып ултырмай, көндө, сәғәттәрҙе телевизор адында үткәреү уның холҡонда түгел. Ҡышын саңғыға баҫа, йәйен, ейәндәре каникулға ҡайтҡанда, улар менән бергәләп баҡса эштәрендә ҡайнаша, “йәшел витаминдар” үҫтерә.


– Һәр ваҡыт хәрәкәттә булырға тырышам, был миңә көр күңеллелек тә, дәрт тә, ҡеүәт тә бирә, – ти хәрби һәм тыныс хеҙмәт ветераны.


Шамил Шәриф улы ҡатыны Фатима Раяз ҡыҙы менән никахта 1972 йылдан алып бергә йәшәйҙәр. Улдары Рөстәм юғары хәрби училище та­мамлаған, ҡыҙҙары Эльвира уҡы­тыусы һөнәрен һайлаған. Вәлиевтәр ғаиләһе ейән-ейәнсәрҙәре менән дә бәхетле.


Салауат районы.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: