Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Сентябрь 2019, 09:03

Ысынмы ул хәбәр, әллә беҙҙе тағы һынайҙармы?

Шайморатов клубы директоры Гөлнара Ниғмәтуллина Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исеменең рәсми рәүештә бирелеүе тураһында хәбәрҙе ишетеп, ҡыуанысынан ни эшләргә белмәгән.

“Әле ауыл халҡы ла белмәй. Беҙ үҙебеҙ ҙә ышанырғамы-юҡмы тип ғәжәпләнеп торабыҙ. Ни өсөн тигәндә, аңлап тораһығыҙҙыр, халыҡ үҙенең батырына исем бирҙереү өсөн бына инде нисәмә йыл көрәшә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың килеп, ошо хаҡта иғлан итеүен тәрән тулҡынланыу менән көтәбеҙ!” – тине Гөлнара Ниғмәтуллина.
Был клубта Шайморатовҡа арналған айырым бүлмә бар. Мәҙәни саралар ойоштороусы Тәнзилә Ибраһимова, Венера Ниғмәтуллина, китапханасы Гөлкәй Хурамшина бында уҡыусылар, бәләкәй балалар өсөн бай йөкмәткеле саралар ойошторолоуын һөйләне. Уларға бигерәк тә квест оҡшай икән.

Урындағы мәктәптең тарих уҡытыусыһы, музей мөдире Валентина Моратшина батырға һәйкәл асылыу менән бында халыҡтың эркелеп йөрөй башлауын әйтте. Мәккәгә ынтылған кеүек, килгән кешеләр бермә-бер артты, тиҙәр Шайморатов ауылында. Ә хәҙер сираттағы тулҡынландырғыс ваҡиғаны көтәбеҙ!..

Читайте нас: