Беҙ бөгөн райондың Свобода ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сания Сәйетбатталова менән бәйләнешкә индек.
– Эйе, беҙ был хәл тураһында беләбеҙ, кем емергәнен асыҡланыҡ. Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән V класс уҡыусыһы булып сыҡты ул. Бала кеше, шаярып, нимә ҡылғанын аңғармағандыр, – тине ул.
Балаһының ҡылығы өсөн ата-әсә яуап бирәсәк. Әлеге мәлдә малайҙың атаһы ҡырҙа эштә һәм тәүҙә уның ҡайтып ремонтлауын көтөргә булалар. Тик бөгөн хакимиәт башлығы баланың әсәһе менән йәнә бәйләнешкә инә һәм һәйкәлде был ялдарҙа уҡ кеше яллап йүнәтәсәктәре тураһында белдерә.
– Былтыр ғына ул һәйкәлде төҙөкләндергәйнек, яңы плитәләр түшәгәйнек. Әлбиттә, йәл. Яҡын арала йүнәтеп ҡуясаҡтарына шик юҡ. Беҙ Еңеү байрамын төрлө саралар менән ҡаршыларға йыйынабыҙ, һәйкәлебеҙ ҙә төҙөк буласаҡ, – тине ул.
Шулай булғас, яҡын арала мемориал ремонтланыр.