Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Август 2019, 13:19

Социаль селтәрҙәге яҙмаһы ғүмерен өҙә

Тула өлкәһе ауылынан ике ирҙе ауылдаш ҡатынды хайуандарса үлтереүҙә ғәйепләйҙәр.

Тәфтишселәр белдереүенсә, ғәйепләнеүселәрҙең береһе 26 йәшлек һөйәркәһенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендә яҙған “Слышь, мышара. Я бегать за тобой? Самооценку снизь!” тигән статусына асыулана. Унан үс алыу маҡсатында, иптәше менән бергә ҡатынды ҡунаҡҡа саҡыралар. Эсеп алғас, ир һәм һөйәркәһе араһында ғауға сыға. Унан ике “көслө зат” яҡлауһыҙ ҡатынды йәнһеҙ рәүештә үлтергәнсе туҡмай. Енәйәт эҙен йәшереү маҡсатында, ҡәбәхәттәр ҡорбанының кәүҙәһен урманға йәшерә.


Ҡатын бәйләнешкә сыҡмағас, туғандары полицияға мөрәжәғәт итәләр. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында үле кәүҙә шул көндә үк табыла. Тәфтишселәр белдереүенсә, енәйәтселәрҙең эҙенә төшөүҙә әлеге лә баяғы социаль селтәрҙәге яҙыу ярҙам итә.


Ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған, уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.



Читайте нас: