Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Август 2019, 08:07

Салауатта һауаны тикшереп торасаҡтар

Кисә эш сәфәре барышында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Газпром нефтехим Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә производствоны яңыртыу һөҙөмтәләре һәм инвестиция программаһын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты, предприятие етәкселеге менән нефть химияһы комплексын артабан үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.

Төбәк етәксеһе етештереү күләмен арттырыу, энергия ресурстарын һаҡлау, тирә-яҡ мөхиткә зарарлы матдәләр сығарыу күләмен кәметеү мөмкинлеген биргән моденизацияланған ҡулайламаларҙы ҡарап сыҡты.


“Мономер” заводында Радий Хәбиров этилен һәм полипропилен етештереү менән танышты. Производствоны яңыртыу һөҙөмтәһендә предприятиела этилен етештереү күләме йылына 355 мең тоннаға, ә полипропилендыҡы 160 мең тоннаға тиклем артҡан.


Предприятиела ҙур төҙөлөш бара – каталитик крекинг комплексы һалына. Ул вакуумлы газойлде эшкәртеү өсөн тәғәйенләнә.


– Республикабыҙ өсөн был – үҙенсәлекле предприятие. Уның юғары технологиялы, заманса булыуы, хеҙмәткәрҙәрен социаль яҡлауҙы тәьмин итеүе мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Элегерәк ҡала халҡының насар еҫкә зарланыуын беләм. Хәҙер иһә производство яңыртылғандан һуң хәл яҡшы яҡҡа үҙгәргән. Шулай ҙа ҡала башлығы менән Салауаттың төрлө урындарында атмосфера һауаһына мониторинг яһау өсөн өҫтәмә өс станция асыу мәсьәләһен тикшерҙек.

Фото: glavarb.ru
Читайте нас: