Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Август 2019, 13:18

Миңә һимеҙ кәләш кәрәк!

Сер түгел: беҙҙә һимеҙ ҡыҙҙарға сәйерһенеп, йәлләп ҡарайҙар. Ә бына ҡайһы бер илдәрҙә тап шундайҙарҙы кәләш итеп алырға тырышалар, хатта уларға көнләшеп ҡарайҙар.

Мавританияла, мәҫәлән, ябыҡ ҡыҙҙарҙың кейәүгә сыға алмауы ла ихтимал. Шуға ла атай-әсәйҙәре уларҙың кейәү талабына яуап бирерлек итеп үҫтерергә тырыша. Ун ике йәштәге ҡыҙ унда 80 килограмдан да кәм булмаҫҡа тейеш.


Кувейтта ирҙең байлығы хаҡында ҡатынының кәүҙәһенә ҡарап фекер йөрөтәләр. Әгәр ул ябыҡ икән, тимәк, ире – фәҡир. Тулы кәүҙәле ҡатындар тураһында ғәйбәт һөйләргә ҡурҡалар, сөнки йәмәғәте бай, хәлле.


Читайте нас: