Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Август 2019, 13:32

Майкл Джексон тереме?

30 августа бар донъяға билдәле поп-йырсы, бейеүсе, бөйөк шәхескә әүерелгән Майкл Джексонға 61 йәш тулған булыр ине... Әллә “инеме”?

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса? ул 2009 йылда вафат булған. Йырсыны һуңғы юлға оҙатыу тантанаһының бар донъяға тура эфирҙа күрһәтелгәне, уның хушлашыу сараһынан бигерәк, иҫ киткес киң ҡоласлы, ҙур байрамға тартым булыуы мәғлүм.


Әммә Майклдың ҡайһы бер табыныусылары ышандырыуынса, кумирҙары әле һаман булһа иҫән-һау һәм халыҡтан ҡасып йөрөй.

Мәҫәлән, 2016 йылда бер саралағы фотола Майклдың атаһы төшөрөлгөн. Артта ултырған кешеләр араһында фанаттар Майклды күреп ҡалған. “Уның танауы, ҡиәфәте, эшләпәһе, хатта йыш кейергә яратҡан ҡыҙыл күлдәге лә тап килә”, – тип ышандыра бәғзеләр.


2017 йылда Майклдың ҡустыһы Сигги Джексон өйләнгән. Уның туйында башҡа ҡунаҡтарҙан ныҡ айырылып торған кешене шәйләгәндәр. Аҡ күлдәктәге ир йәштәргә яҡын тора, ул Майкл Джексондың Ghosts клибындағы мэрға ныҡ оҡшаған. Эш шунда: клипта мэр ролен ҡасандыр Майкл Джексон үҙе башҡарған, нәҡ шундай кейем кейгән, грим һалдырған булған.


2011 йылда иһә ниндәйҙер кешеләр Парижда Майклды осратыуҙары хаҡында хәбәр итә. Кешеләр тауышлана башлағас, ул йөҙөн йәшереп, тиҙерәк китә һалған, имеш.


Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ: бөйөк шоумен, артист тыныс йәшәр өсөн үҙ үлемен уйнауы ихтималмы?

Фото: life.ru
Читайте нас: