Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Август 2019, 08:34

ВИЧ менән сирле булыуын белә тороп... ҡан тапшырған

Ҡан тапшырыу – бик изге ғәмәл. Нисәмә кешенең ғүмере ҡотҡарып ҡалына бит. Ә бына Ленинград өлкәһендә йәшәгән ҡатындың ҡылығы таң ҡалдыра. Ул үҙенең ВИЧ менән сирле икәнлеген белә тора донор булараҡ ҡан тапшырған.

Өлкә прокуратураһы хәбәр итеүенсә, 40 йәшлек ҡатын быйыл март айында үҙенең был ҡурҡыныс диагнозы тураһында белеп ҡала. Тик шуға ҡарамай, май айында донор ҡаны тапшыра. Унан ҡан алғанда сирҙәре тураһында һораһалар ҙа, ҡатын барыһын да йәшерә һәм диагнозын әйтмәй. Ҡанда булған вирусты тик лаборатория тикшереүе мәлендә генә асыҡлайҙар.


Әле уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әҙерәк кенә баш менән уйларға кәрәк бит! Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: