Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Август 2019, 12:15

Татар мәҙәниәте байрамы

Икенсе көнөнә Тормай ауылының матур биҙәлгән ауыл Мәҙәниәт йорто сәхнәһе күңелдәренә татар мәҙәниәте яҡын булғандарҙы йыйҙы. Бында татар ауылы йортон хәтерләткән декорация төҙөгәндәр. Ҡайын ағасы эргәһендә ситән ихата, йәнәшәлә генә ҡойо, йыраҡтараҡ, сауҡалыҡта, ҡоштар һайрай. Тормоштан алынған тап ошо мәлдәр сараға үҙенсәлекле йәм өҫтәне.

Халыҡ Ғәлиәбаныу йыры көйөнә мәҙәниәт йортона яйлап йыйыла башланы. Сараға килеүселәр татар йортоноң этно мөйөшөн ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Ул көнкүреш кәрәк-яраҡтарынан торҙо, унда айран әҙерләү өсөн аш-һыу йыһазы айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Бында боронғо орсоҡ менән кәзә мамығы иләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Ауыл халҡы боронғо бихисап ҡыҙыҡлы әйберҙәрҙе һаҡлап ҡала алған. Элегерәк сағыу роза сәскәләре төшөрөлгән аҫалы балаҫтар һәр өйҙә бар ине. Иҙәнгә түшәлгән кейеҙ балаҫтар аяҡтарҙы өшөтмәгән. Бөгөн улар үҙенсәлекле булыуҙары менән беҙҙе ғәжәпләндерә һәм боронғо көнкүреш иҫтәлеге тип һанала. Бик күп ҡунаҡтар ошо әйберҙәрҙе күреп, үҙҙәренең бала сағын иҫкә төшөрҙө. Йылы өй усағының мөһим көнкүреш әйбере һәм бөтә ғаиләләр серен һаҡлаусы - самауырһыҙ ниндәй байрам булһын? Бөтә илдә татар халҡы үҙҙәренең ҡунаҡсыллығы, сәк-сәк һәм ғөбәҙиә менән сәй эсеүҙәре менән дан тота.

- Иҫәнмеһегеҙ! - тип татар телендә сәләмләү менән асты мәҙәниәт байрамын алып барыусылар Зөмәрә Абдуллина һәм Гөлгөнә Кәримова. Зал йәнләнеп китте, дәртле музыка уйнай башланы. Ямғырсы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнүр Кәримовтың ҡотлау һүҙенән һуң театрлаштырылған тамашалар башланды. Тап ошо сәхнә күренештәре татар мәҙәниәтенең бар халыҡсанлығын күрһәтте һәм асты. Тамашасылар йәштәрҙең кис ултырыуҙары шаһиты булды, элек улар йәйге йылы кистәрҙә үтә ине. Ҡайһы берҙәренә хатта күңелле уйында ҡатнашыу бәхете лә тейҙе. Бергәләшеп иңдәренә көйәнтә элеп, ҡулдарына биҙрә тотоп, гармун көйөнә үҙешмәкәр артистар шишмәгә төштө. Сылтырап аҡҡан шишмә тауышына һәм ағастарҙың шаулауына улар йырланы һәм бейене. Тап ошонда йәштәр бер-береһе менән танышҡан һәм бәхетле киләсәк тураһында хыялланған. Улар күңел асты, таҡмаҡтар әйтте, йырҙар йырланы һәм бына шулай бер-береһе менән ярышты. Сәхнәлә татар фольклоры элементтары менән ошо ваҡиғаларҙы беҙҙең замандағы йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар бойомға ашырҙы. Улар профессиональ рәүештә совет осоро йәштәренә әүерелде, йөрәк елкендергес бейеү көйҙәренә өҙҙөрөп бейене, татар милли костюмдарын күрһәтте. Тамашасылар уларҙы көслө алҡыштарға күмде һәм дәртләндереп торҙо.

Урындағы ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итергә башҡа ауылдарҙан коллегалары килгәйне. Татар йырҙарынан башҡа, шулай уҡ сыуаш һәм башҡорт телдәрендә лә йырҙар яңғыраны. Бының менән ойоштороусылар элек-электән халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты күрһәтергә теләне. Баянсылар гармун тауышының бөтә нескәлектәрен һәм ҡеүәтен күрһәтте. Биш музыкант сәхнәгә сығып, бер юлы татар халыҡ йырҙарын уйнаны. Йәүҙәт Мифтахов, Рөстәм Ғәлиев, Фәнил Дияров, Рәфил Азаматов, Рәфис Назаровтар сығыштары менән тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. Сәхнәлә тормоштан алынған боронғо бик күп йырҙар яңғыраны: Рөстәм Ғәлиев «Сарман», Зөмәрә Абдуллина «Мәк сәскәһе» йырҙарын башҡарҙы, Йәүҙәт Мифтахов һәм Зәлиә Ғәлиева «Иҫеңдәме, туғаным» йырын артистарға хас оҫталыҡ менән йырланы. «Һандуғас күгәрсене» халыҡ йырын башҡарған Рәсим Кәримов иң йәш артистарҙың береһе булды, тамашасылар уға ҡушылып йырланы. «Хәтирәкәй» музыкаль-инструменталь ансамбль ағас ҡалаҡтарҙа музыкаль композиция башҡарҙы. Сара «Эй, туған тел» (Ғ.Туҡай) татар халыҡ гимны менән тамамланды.

Бындай сараларҙы үткәреү туған телде, тарихты, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм йолаларҙы һаҡлап ҡалырға, йәштәрҙә тыуған иленә ҡарата һөйөү тәрбиәләргә, үҙ халҡы өсөн ғорурлыҡ хисе кисерергә булышлыҡ итә.
Читайте нас: