Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Август 2019, 12:11

«Писарь» Мансур бына шундай шәхес ине

1969 йылдың яҙында Башҡортостан етәкселеге Стәрлебаш юл-төҙөлөш идаралығын (ДСУ-5) булдырырға ҡарар ҡабул итә. «Башкиравтодор» тресы идарасыһы урынбаҫары ул ваҡытта республикала абруйлы шәхес - Мөхәмәтнур Фәтҡиев була. Быға тиклем бер нисә йыл Мөхәмәтнур Фәтхислам улы Стәрлебаш район башҡарма комитетына етәкселек итә. беҙҙә юл төҙөлөшөн яңыса ойоштороуы тураһында Мәскәүҙә китап сығарып, тотош илдә дан ҡаҙана ул. Был китап менән хатта КПСС Үҙәк Комитетының беренсе секретары - йәғни илдең иң юғары етәксеһе Н.Хрущев та таныша. Тап Фәтҡиев үҙе «Урал» колхозы рәйесе булып эшләгән Мансур Зәйнуллинды ДСУ-5 идаралығы начальнигы вазифаһына ныҡышмалы тәҡдим итә. Ә яңы предприятиены башлап ойоштороу еңел булмай. Әммә хужалыҡтың үҙендә (Ямғырсы ауылындағы конторала) әлегәсә күрелмәгән хәл була. Дөйөм йыйылышта колхозсылар берҙәм тауыштан Зәйнуллиндың рәйес вазифаһын ҡалдырыуына риза булмауҙарын белдерә. Бер нисә тапҡыр тауыш бирәләр - һөҙөмтә шундай уҡ. Райондың партия комитеты вәкиле И.Бушин дүрт тапҡыр Зәйнуллиндың сығыш яһауын һәм барыһын да аңлатыуын һорай. Әммә колхозсылар бында ла үҙ һүҙен бирмәне. Һөҙөмтәлә, мәсьәләне көскә хәл итәләр.

Ул сығышы менән Стәрлебаштан. Бала сағы, шул быуын кешеләренеке кеүек, ауыр була. 1938 йылда Ғариф ағаһын армияға оҙатыуҙарын иҫләй. Тәүҙә ул Алыҫ Көнсығышта сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 1940 йылда Пенза артиллерия училищеһына уҡырға инә. Һуғыш башланғанда лейтенант Зәйнуллинды Волхов фронтына ебәрәләр. 1941 йылдың декабрендә ул ҡаты алыштарҙа һәләк була.

Ә Мансур шул 1941 йылда ауыр эшкә егелә. Аслыҡ-яланғаслыҡ. Ошо һынауҙарға ҡарамаҫтан, үҫмер мәктәптә уҡыуын дауам итә. Ул шул саҡта ла, киләсәктә лә ата-әсәһенең өгөт-нәсихәттәрен онотмай, уларҙың ни тиклем аҡыллы булыуҙарына инана. Атаһы үҙ ваҡыты өсөн белемле була, байтаҡ йылдар ауыл Советы секретары булып эшләй. Халыҡ араһында уны Лотфулла писарь тип йөрөтәләр. Балаларын (ә улар дүртәү була) был ҡушамат бер ҙә борсомай. Киреһенсә, ғорурланалар.

Йәйен Мансур колхозда эшләй. 9 кластан һуң шоферҙар курсына ебәрәләр. Ә бер йылдан тыуған ауылынан хәрби хеҙмәткә китә. Алыҫҡа Сахалинға эләгә егет. Дүрт йыл хеҙмәт итә. Сроктан тыш хәрби хеҙмәткә ҡалырға ла ниәтләй, әммә ата-әсәһенең үтенесе менән өйөнә ҡайта.

- Уҡыуыңды дауам итерһең, бәлки? - тип кәңәш бирә атаһы.

- Эйе, мин дә шулай уйлайым, - тип килешә Мансур.

Әммә артабан:

- Тик мине бер нимә борсой. Миңә - 24, ә башҡалар күпкә йәшерәк.

- Түҙерһең.

Ысынлап та, Мансур түҙә һәм мәктәпте тамамлай. Дәртле егетте шунда уҡ күреп ҡалалар. Район комсомол комитетында эшләй, партия район комитетында инструктор, «Стәрле», «Большевик» (был колхоз һуңынан «Урал» һәм «Искра» хужалыҡтарына бүленә) колхоздарының партия ойошмалары секретары була. Өфөлә бер йыллыҡ ауыл хужалығы өсөн етәксе кадрҙар әҙерләү курстарын тамамлай. Артабан Юғары партия мәктәбендә белем ала.

1965 йылда «Урал» колхозы ағзаларының ҙур төркөмө район етәкселегенә уларға рәйес итеп тап уны - Зәйнуллинды тәҡдим итеүҙәре тураһында яҙма ғариза менән мөрәжәғәт итә. Ул был хужалыҡҡа дүрт йыл етәкселек итә. Бик күп эштәр башҡара. Баҫыу уңдырышлылығы, фермалағы мал-тыуар етештереүсәнлеге күҙгә күренеп арта. Был уңыштар тураһында гәзиттәрҙә яҙалар. Рәйес халыҡ тураһында ныҡлы хәстәрлек күрә. Уларҙың кәйефе күтәрелә. Төҙөкләндереү буйынса ла шәмбе өмәләре ойоштора. Әлбиттә, ҙур абруй яулай. Һәм бына - башҡа урында ҙур ойоштороу мәшәҡәттәре.

Тәүҙә ДСУ-5 идаралығына ауылдың көнсығыш яғында - колхоздың элекке ат һарайы урынын бирәләр. Әммә һуңынан был территорияның ошондай объект өсөн тура килмәүе асыҡлана. Бер нисә көндән Зәйнуллиндың тәҡдиме буйынса предприятиеның бөгөнгө урынын һайлайҙар.

Мансур Лотфулла улы алдында, әлбиттә, ауыр мәсьәләләр тора: нимәнән башларға, артабан нисек эшләргә? Ауырлыҡтар аҙ булмай. Әммә шулай ҙа эш уңышлы бара. Өс гектар ярым биләгән ошо ҙур майҙанды сағыштырмаса тиҙ кәртәләп алалар. Артабан цехтар өсөн корпустар, гараждар, башҡа объекттар төҙөй башлайҙар. Төҙөлөштәрҙә эш ҡайнай. Кәрәкле майҙансыҡтарҙы йыһазландыралар. Төрлө техника ҡайтарыла. Белгестәр командаһы ла һәйбәт була. Мәжит Мәхмүтов баш механик булып килә. Фәрит Хисмәтуллин, Фредик Сафин, Ғайсар Әхмәров (бер аҙ һуңғараҡ уны предприятиеның баш инженеры итеп тәғәйенләйҙәр) прораб, (юл) мастерҙары булып эш башлай. Барыһының да маҡсаты бер. Шоферҙар, механизаторҙар коллективын комплектлайҙар. Автомашиналар водителдәре Владимир Мәхмүтов, Зәки Хафизов, Зиннур Әминов, Әнүәр Тайғонов, Сабирйән Дәүләтшин, Алексей Фролов, механизаторҙар Насибулла Ғәлиуллин, Хатип Байымов, Фәнил Шәрипов, Алексей Девяткин, Марат Суфиянов һәм башҡалар хеҙмәттә юғары һөҙөмтәләргә ирешә башлай. Асфальт-бетон участкаһын сафҡа индерәләр. Зәйнуллин предприятиеға (ә был 10 йыл) етәкселек иткән йылдарҙа беҙҙең һәм күрше райондарҙа йөҙҙәрсә километр юлға асфальт түшәлә. ДСУ-5 ҙур ҡаҙаныштарға, «Башавтодор» тресында етештереү күрһәткестәре буйынса беренсе урындар биләй. Дөйөм алғанда, йөҙҙәрсә кеше бында лайыҡлы хеҙмәт хаҡына эшләй. Улар өсөн торлаҡ төҙөлә.

Балаларына һәм ейәндәренә ҡалдырған көндәлектәрендә Мансур Лотфулла улы шундай осраҡтарҙың булыуын да билдәләй, уға тура әйткәне өсөн эшендә төрлөсә аяҡ салып та булышалар, ҡайһы саҡ эш мәғәнәһеҙлеккә лә етә. Әммә ул һәр ваҡыт үҙ һүҙендә тороп, бер кемгә лә ярамһаҡланыу менән шөғөлләнмәй.

Әммә йәнә юғарылағы ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтайыҡ. ДСУ-5 идаралығынан һуң Мансур Лотфулла улы күптән түгел ойошторолған «Сельхозхимия» район берләшмәһе рәйесе була. Йәнә, элекке кеүек үк, ауыр мәсьәләләр. Предприятие өсөн ҙур план бирелә. Ә техника бик аҙ. Зәйнуллин февралдә эшкә тотона, ә октябрҙә был планды үтәй. Өҫтәүенә, Бөтә Рәсәй социалистик ярышында (ул ваҡытта шулай була) стәрлебаштар икенсе урын яулай. Коллектив ҙур премия менән бүләкләнә. Әммә был кемгәлер оҡшамай. Йәнәһе, ниңә планды ваҡытынан алда үтәргә, киләһе йылда заданиены арттырыуҙары мөмкин бит. Быға Зәйнуллин коллектив шундай планды ла тулыһынса үтәйәсәк, тип яуап бирә.

Өс йылдан һуң уға Стәрлебаш ауыл Советы рәйесе вазифаһын тәҡдим итәләр. Мансур Лотфулла улы быға ризалаша. Һәм шул саҡта уны торлаҡ-коммуналь хужалыҡ начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Коллективта уларға бик шәп етәксе килеүен аңлайҙар. Дөйөм алғанда: ике ҡатлы йорт урамдарында тәртип булдырыу, район үҙәге халҡы йорттарына һыу үткәргес, ауылды йәшелләндереү буйынса бөтә эш әүҙемләшә. Һәм бына айырыуса иҫтәлекле ваҡиға. Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы системаһы предприятиелары һәм ойошмалары араһында социалистик ярыш йомғаҡтары буйынса 1986 йылдың өсөнсө кварталында ошо Министрлыҡ коллегияһы һәм тармак профсоюзы Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь хужалыҡ етештереү идаралығы коллективын еңеүсе тип таный һәм күсмә Ҡыҙыл Байраҡ тапшырып, беренсе урын бирә.

- Ныҡлы һәм берҙәм эштең һөҙөмтәһе бына шундай, - ти шул саҡта министр урынбаҫары И.Ялалов.

Ә Зәйнуллин үҙе стәрлебаштарҙан үҙенә рәхмәт һүҙҙәре ишетһә айырыуса һөйөнә.

Мансур Лотфулла улы хеҙмәт юлын халыҡ мәшғүллеге бюроһы мөдире сифатында тамамлай. Өҫтәүенә, бында хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да дүрт йыл эшләй. КПСС Өлкә комитеты, БАССР Юғары Советының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.

Артабан йәмәғәт тормошонан да баш тартмай: аҡһаҡалдар советы рәйесе, район ветерандар советы президиумы ағзаһы була.

Ерҙә күпме кеше, бәхет өсөн шул тиклем юл, тиҙәр. Мансур Лотфулла улының үҙ юлы була. Ул матур ғаилә ҡора. Ҡатыны Кәримә Һиҙиәт ҡыҙы менән улар уңған, үҙҙәре кеүек егәрле өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Балалары һәм ейәндәре уларға кәңәш, ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.

Уның яратҡан бер шөғөлө лә була. Үҙенең 14 сутый участкаһының (Октябрҙың 50 йыллығы урамында) байтаҡ майҙанына баҡса ултырта. Ваҡыт үтеү менән ул район үҙәгендә иң ҙуры һәм иң яҡшыһы була. Унда бөгөн дә 20гә яҡын алмағас, 50шәр ҡыуаҡ ҡытай сейәһе (таралмай торған), ҡарағат, балан үҫә. Крыжовник, күгән (терновник), ҡурай еләге һәм, әлбиттә, төрлө сортлы бик күп баҡса еләге бар. Үҫентеләрҙе Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез еләк-емеш питомниктарынан алып ҡайтып ултырта, почта аша алдыра. Әйткәндәй, ул башҡаларҙы ла үҫентеләр, айырыуса ҡытай сейәһе үҫентеләре менән тәьмин итә, ул уның ғорурлығы була, тип әйтергә мөмкин - был сейә бик тәмле һәм мул уңыш бирә.

Әммә, әлбиттә, баҡса шунда уҡ гөрләп үҫеп китмәй. Хужа кеше кәрәкле тәжрибә йыйғансы бер нисә йыл ваҡыт үтә. Билдәле баҡсасы Мөбәрәкша Бикмурзин күп нимәгә өйрәтә. Тәүге һөнәре буйынса агроном һәм урта мәктәптә биология уҡытыусыһы булып эшләгән ҡатыны ла ныҡлы ярҙам итә.

- Баҡсала йәйен һәм иртә көҙөн, бер-бер артлы еләк-емеш бешкәндә рәхәт, - тип уртаҡлашты ҡасандыр фекерҙәре менән Мансур Лотфулла улы. - Әммә мин баҡсаның сәскә атҡан мәлен бигерәк яратам. Хуш еҫле ап-аҡ сәскәләр араһында тын алыуы ла күңелгә рәхәтлек бирә, көс-дәрт өҫтәлә.

Етәкселек тарафынан 1970 йылда ДСУ-5 идаралығында ҙур баҡса булдырыла. 1988 йылда кейәүе һәм ҡыҙының йортонда ла тағы бер баҡса булдыра. Күп йыллыҡ баҡсасы тәжрибәһенә таянып үҫентеләр ултырта.

Тағы бер нимә тураһында мотлаҡ әйтергә кәрәктер, моғайын. Мансур Лотфулла улы китаптар ярата. Уның шәхси китапханаһында дүрт меңдән ашыу китап бар. Уларҙы ул байтаҡ йылдар дауамында абруй һәм интерьерға өҫтәмә булараҡ йыймай, ә уларҙы ҡабат-ҡабат уҡый. Башҡаларға ла уҡырға бирә.

1 сентябрҙә уға 90 йәш тулған булыр ине. Төрлө кешеләрҙән уның тураһында бик күп нимә ишетергә мөмкин. Әммә уларҙың барыһы ла берҙәм фекерҙә: ул талантлы етәксе һәм ойоштороусы, шулай уҡ күптәргә ярҙам итергә әҙер һәм һәләтле кеше.

Беҙҙең арала бына шундай тырыш һәм оҫта етәксе, тыуған ерендә яҡты эҙ ҡалдырған кеше йәшәне.

Мансур Ғиззәтуллин.
Читайте нас: