Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Август 2019, 12:17

Үҙ һөнәренә ихтирам менән

Эльза Яппарованың (һүрәттә) ветеринария хеҙмәткәре булып эшләү ваҡыты ҙур түгел – ике йыл. Шулай ҙа Стәрлебаш район ветеринария станцияһы начальнигы Азат Әхмәров уны маҡтап телгә алды. Үтә тырыш булыуын билдәләне.Ул Ауырғазы районының Күҙәк ауылынан. Урындағы мәктәптә туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң Наумовкалағы Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжына (элеккесә – совхоз-техникум) уҡырға инә. Өсөнсө курста шунда уҡ агрономлыҡҡа уҡыған Ғафури районы егете Дамир Яппаров менән ғаилә ҡоралар. Эльза колледжды тик «яҡшы» билдәләргә генә тамамлай.Дамирҙың әсәһе йәшәгән беҙҙең райондың Тәтер-Арыҫлан ауылына ҡайталар. Әле ире вахта ысулы менән Төньяҡта эшләй (башҡаса мөмкин булмай), ә Эльза үҙенең белгеслеге буйынса эшкә урынлаша.

Йәшергән ветеринария участкаһына Тәтер-Арыҫлан, Йәшергән, Айтуған, Түбәнге Ибрай, Ҡыҙылъяр ауылдары инә. Белгестәр өсәү – мөдир Наил Хөсәйенов, Эльза Яппарова, Рөстәм Рысаев. Әлбиттә, тәжрибәле һәм абруйлы мөдир етәкселек итә. Эльза ла йәш булыуына ҡарамаҫтан, әлеге мөһим эшкә уңышлы ҡушылып киткән. Ә ветеринар эше еңел түгел. Хәстәрлектәр байтаҡ. Төрлө сирҙәрҙән (әйтәйек, ҡотороу, Себер түләмәһе) малдарға планлы вакцина, биркалар тағыу үткәрелә. Шәхси йорттарҙа ла мал күп кенә, шуға күрә етеҙлек талап ителә. Белгестәр үҙҙәре әйтеүенсә, яҙын һәм көҙөн – уларҙы көтөүлектәргә сығарғанда һәм абҙарҙарға индергәндә айырыуса «ҡыҙыу» осор була.

Был яҡтан шуныһын да өҫтәргә кәрәк, әлеге участка иң ҡатмарлыһы, уны «район ҡапҡаһы» тип тә йөрөтәләр, сөнки ул Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. Ә был нормаль эпизоотик хәлде һаҡлауҙа өҫтәмә яуаплылыҡ өҫтәй. Тимәк, профилактик тикшереүҙәр талап ителә. Әммә хеҙмәттең эше планлы сараларҙан ғына тормай. Бына, мәҫәлән, шундай хәл. Кемдеңдер малы сирләп китһә, хужа нимә эшләй? Әлбиттә, ветеринария хеҙмәткәренә мөрәжәғәт итә. Һәм ашығыс рәүештә барырға тура килә. Тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында. Башҡаса мөмкин түгел. Кешеләр өмөтләнеп көтә. Шул уҡ ваҡытта уларға ҡарата әҙәпле булыу зарур. Тураһын әйтәйек, ауылда хәҙер тормош ауыр, малды юғалтыу – хужалар өсөн ҙур зыян. Хеҙмәттәштәре кеүек үк, Эльза ла быны аңлай. Ваҡытында күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт һүҙҙәре ишетеүе күңелгә рәхәт.

Төрлө профилактик саралар ваҡытында Эльза документтарҙы тултырыу эшен дә алып бара. Быныһы ла бик мөһим.

Табип – кешеләрҙе, ә ветеринар кешелекте дауалай, тиҙәр. Сөнки яратҡан ризыҡтарыбыҙ мал-тыуар, тимәк, ветеринарҙар эше менән бәйле. Тимәк, әлеге һөнәр эйәләре ауылда әһәмиәтле урын биләй.

Дөрөс, Эльза Яппарова үҙенең эшен әлегә тыйнаҡ баһалай, әммә һайлаған хеҙмәтенә ихтирам барлығы тойола.Мансур Ғиззәтуллин.
Читайте нас: