– Мин нимә эшләйем һуң? Йөрәккә бойороп булмай, – тип йылмайҙы уныһы.
– Алйот! Никах мөхәббәткә нигеҙләнмәй! Һөйөү хисе һуңынан килә, аңлы рәүештә.
Рәсүл атаһына тик уны ғына яратыуын әйтте лә ҡунаҡханала көткән һөйгәне янына ашыҡты. Грейс: "Мин пәрәнжәгә уранмайым. Һин мине шорты кейгән килеш яраттың, хәҙер килеп миңә тоҡ ҡапларға маташма ла”, – тигәйне.
– Улар риза булмаясаҡ. Тик миңә барыбер. Һинең менән алыҫҡа күсеп китәм. Мин шулай хәл иттем, – тине егет ҡыҙына.
Рәсүл менән Грейс Испанияға юлланды. Икеһе лә эшләй башланы. Грейс, ысынлап та, шарран-яра асыҡ кейемдәрҙә йөрөй ине. Әгәр ҙә был башта егеткә бик оҡшаһа, хәҙер ул әҙәплерәк кейенергә үтенә башланы.
Ә Грейсҡа ни бары 23 йәш! Һәм ул официантка ине.
– Мин пәрәнжә кеймәйәсәкмен! Гел ошолай йөрөнөм. Миңә матур булыу оҡшай һәм үҙемде тоҡҡа йәшермәйәсәкмен, – тине ул.
Мөнәсәбәттәр ҡатмарлаша башланы. Һәм бер көн эштән һуң Грейсты көткәндә Рәсүл көнсығыш кейемендәге ҡыҙҙы күреп ҡалды.
– Туҡта! – тип үҙ телендә өндәште ул. Ҡыҙ әйләнеп ҡараны. Улар һөйләшеп китте. Исеме Кәримә икән. Ғаиләләре менән оҙаҡ ваҡыт көнсығыш илендә йәшәгәндәр. Һуңынан әсәһе атаһы менән айырылыша һәм ҡыҙын бында алып килә.
– Мин шул хәтлем үҙ телемдә һөйләшеүҙе һағынам. Мөмкинме ҡайһы берҙә һиңә шылтыратырға? – ти ҡыҙ.
Рәсүл сираттағы тапҡыр ҡыҫҡа юбка арҡаһында Грейс менән ирешкәс, Кәримәгә шылтыратты.
– Хоҙайым, бында күптәр шулай йөрөй. Минең әсәйем дә шулай кейенә тиерлек. Миңә улай оят, үҙемде иремә һаҡлайым, – ти Кәримә.
Рәсүл яҡташының ни хәтлем күңеленә ятҡанын аңлаһа ла, Грейсты ярата ине. Ә бер ваҡыт Грейс әйберҙәрен йыйып сығып киткәс, уны юғалтыуҙан ҡурҡты. Һәм... өсөнсө ҡатта йәшәгән Грейстың тәҙрәһен шаҡыны. Ҡыҙ, ҡото осоп, уны эскә тартып алды.
Улар тағы ярашты. Рәсүл хатта Кәримәнең телефон номерын юйҙы. Һәм ата-әсәһенә шылтыратып, кәләше менән ҡайтасаҡтарын хәбәр итте. Улары, ояттан ятып үлерлек булып, яланғас тиерлек йөрөргә яратҡан килендәрен көттө.
Әммә өйгә сағыу көнсығыш кейемендә килеп ингән Грейсты күреп, өнһөҙ ҡалдылар. Ҡыҙ һөйгәне хаҡына уның тыуған иленә шулай кейенеп килгәйне...
Бына шулай һөйөү хаҡына уртаҡ тел табырға була.Башҡортостан гәзитенән.