Ошо көндәрҙә Рәсәй Мәғариф министрлығы һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәренең Дөйөм Рәсәй профсоюзы уҡытыусыларға социаль селтәрҙәрҙә талаптар исемлеген баҫтырып сығарҙы. Ул “Педагогтарҙың профессиональ этикаһы нормалары тураһында яҡынса положение” тип атала.
Бығаса уҡытыусылар өсөн бындай ҡағиҙәләр булманы. Хәҙер уҡытыусыларға социаль селтәрҙә үлем алымдары тураһында яҙыу, спиртлы эсемлектәрҙе, наркотиктарҙы пропагандалау, һүгенеү һүҙҙәре ҡулланыу тыйыла. Ә бына купальник кейеп фотоға төшөү, уны социаль селтәргә ҡуйыу тыйыла тигән пункт юҡ, тимәк, бындай ғәмәл эштән ҡыуыу өсөн сәбәп була алмай.
Беҙ, ғәҙәттә, уҡытыусыларҙы абруйлы һөнәр эйәләре тип ҡабул итергә күнеккәнбеҙ. Шуға күрә үҙен хөрмәт иткән ысын уҡытыусы купальник кейеп фото төшкән осраҡта ла әҙәплелек, сама хаҡында онотмаҫ.Башҡортостан гәзитенән.