Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Август 2019, 09:41

Камила хәҙер мөғжизәгә ышана

Камилаға туғыҙ йәш. Ҡыҙ ДЦП-нан яфалана. Ул ғүмере буйы инвалид коляскаһында ултырырға мәжбүр.

Камила ҙурая барған һайын уның әсәһенә ҡыҙын тышҡа сығарыу ауырлаша бара. Коляска үҙе генә 30 килограмм ауырлыҡта бит. Һуңғы ваҡытта ҡыҙыҡай менән атаһы ғына тышҡа сыға башлай. Ата-әсә бер нисә йыл рәттән чиновниктарҙан һәм ЖКХ-нан пандус ҡуйҙырыуҙы талап итә, тик бер ниндәй һөҙөмтә лә юҡ.


Инде ни эшләргә белмәгәс, Камиланың әсәһе журналистарға мөрәжәғәт итә. “Вести” каналында улар тураһында тапшырыу төшөрәләр. Был донъяла мөғжизә юҡ тимәҫһең, был тапшырыуҙы бер ир күреп ҡала һәм уларға пандус ҡуйҙыра. Ул үҙенең кемлеген белдермәҫкә ҡуша. Әйткәндәй, пандусты алыу һәм ҡуйыу 300 мең һумға торошло.


Ошоноң кеүек кешеләр бар саҡта, күңелгә йылы булып китә. Барыбер донъяла яҡше кешеләр күберәк тигән ышаныс арта.


Фото: “Бәйләнештә”.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: