Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Август 2019, 09:44

Инспектор тороу менәнме ни...

Был видео интернет сиктәрендә бер нисә көн йөрөй инде. М5 трассаһындағы ҙур авария видеотеркәү камераһына эләгә. Шуныһы ҡыҙыҡ, был хәл ЮХХДИ инспекторының күҙ алдында була.

Видеонан күренеүенсә, юлда бер ни тиклем тығын барлыҡҡа килә һәм автомобилдәр яйлап туҡтай башлай. Шул саҡта инспектор ҙур тиҙлек менән килгән “КамАЗ”ды күреп ҡала һәм туҡтатырға маташа, тик ҙур машина юлындағы еңел автомобилдәргә килеп бәрелә.


61 йәшлек “КамАЗ” водителе дүрт машинаны – “Хендай Крета”, “Рено Логан”, “Лада Гранта” һәм “Рено Дастер”ҙы “иҙә”. Иң нығы “Рено Логан”ға эләгә, уның 33 йәшлек пассажирын йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙаталар. Әлдә һуңғы торған машинаның артында кеше булмай.

Һөҙөмтәләр күпкә ҡайғыларыҡ булыр ине.


Эйе, юлда ЮХХДИ инспекторының булыуы ла авариянан ҡотҡара алмай шул. Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда. Һағыраҡ йөрөйөк.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: