Айтуған тауы итәгендә, Күндерәк йылғаһының бейек ярында, Ҡабыҡҡыуыш ауылы халҡы башҡорт орнаменты төшөрөлгән туҡыма һуҡты. Ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендә урындағы актив үҙ көсө менән матур байрам ойошторҙо, ул барлыҡ йыйылыусыларҙы берләштерҙе һәм ыңғай тәьҫораттар бүләк итте. Ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар билдәләнгән ваҡытта йыйылып, тыуған ерҙәрендә ошондай осрашыуға һөйөнөп, бер-береһенә ҡул бирешеп күреште. Был сараны бөтәһе лә түҙемһеҙләнеп көттө һәм уларҙы берҙәмлек рухы берләштерҙе, ҡатнашыусыларҙың барыһын да шатлыҡ хисе солғап алды.
Ҡунаҡсыл тирмәгә йылы ҡояш нурҙары тулды, ә уның эргәһендә ҡыҙыҡлы ваҡиғалар башланды. Башҡорт халҡының тормошон һәм көнкүрешен, йорт алдын һ.б. сағылдырған күренештәр әҙерләнгән ине. Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы вәкилдәре - ағинәйҙәр элек нисек йөн иләүҙәрен, ҡул тирмәне менән иген тартыуҙы, түр юрғандары һырыуҙы күрһәтте. Бәләкәй түңәрәккә йыйылып ултырған ҡыҙҙар түшелдерек (һаҡал) эшләргә өйрәнде, бәләкәй генә ҡулдары менән улар тәнкәнән һәм сәйләндән биҙәктәр теҙҙе. Йәш оҫталар боронғо сығанаҡтарға әйләнеп ҡайтып, әлеге тормошта элекке йолаларҙы яңыртты. Уҡтан атыуҙа көс һынашырға теләүселәр бик күп йыйылғайны, төрлө йәштәге ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең мәргәнлеген күрһәтте.
Бында оҙон көйлө боронғо йырҙар ҙа яңғыраны. Сығыштарҙан һуң халыҡ Әхтәм Әхмәтов, Флүрә Мөрәсева, Нурия Собханғоловаларға бик оҙаҡ ҡул сапты. Сығыш яһаусылар музыкаль-шиғри мәҙәни хәҙистәрҙе асып һалды. Байрамда йәштәрҙең күберәк ҡатнашыуы бик әһәмиәтле булды. Милли кейемдәрҙәге ҡыҙҙар һәм егеттәр халыҡ уйындарын ойошторҙо, йырланы һәм бейене. Бындай күңел асыуҙарҙың барлыҡ ауыл халҡы араһында сәләмәт мөхит булдырыуы күҙгә ташланды. Ысын рәүештә, тәбиғи аралашыу ауаздары, ҡурай моңо тирә-яҡҡа таралды.
Әлеге сара күрһәтеүенсә, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһында милли кейемгә ҡыҙыҡһыныу үҫә бара: матур тегелгән, үҙенсәлекле биҙәлгән күлдәктәре менән күптәр маҡтана алды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күкрәген ҡаплап тороусы күкрәксәләрҙең төрлө булыуы ғәжәпләндерҙе. Тәңкәләр сыңы һәр ҡайҙа ишетелде. Бөгөнгө көндәрҙә лә ҡыҙҙарҙың күбеһе заманса кейемдәрен шул күкрәксәләр менән тулыландыра. Уларҙың һәр ҡайһыһы башҡорт биҙәктәренең ҡабатланмаҫ өлөшөн тыуҙыра, һәр кемдең үҙенсәлеген сағылдыра.
Ҡабыҡҡыуыштар үҙенең әүҙемлеген тағы бер тапҡыр күрһәтте. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ринат Гәрәйшә улы Әхмәтовты улар һәр эшкә дәртләндереүсе тип һанай. Ошо ҙур сараға әҙерләнеүгә ауыл ағинәйҙәре лә ҙур өлөш индергән. Тап бына улар йолаларҙы, милли-мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлаусылар булып тора. Байрамға әҙерләнеүгә олоһонан кесеһенә тиклем бик күптәр йәлеп ителгән. Улар араһында - мәҙәниәт, мәғариф, урындағы хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, ябай ауыл эшсәндәре. Берҙәм тырышлыҡ менән башҡорт мәҙәниәте көнө сағыу һәм тамашалы үтте. Сара милли ризыҡтар менән бергәләшеп сәй эсеү һәм гармун, ҡурай моңо аҫтында бейеүҙәр менән тамамланды. Рәйлә ТАЙҒОНОВА.Автор фотолары