Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Август 2019, 08:52

Эй бала...

Биш йәшлек ҡыҙ бала уйнап йөрөгәндә ике метр тәрәнлектәге канализация ҡоҙоғона осоп төшә. Уны атаһы күреп ҡала, тик был ваҡытта сабый ҡыбырламай ҙа. Ашығыс ярҙам табиптары реанимация саралары үткәреп ҡараһа ла, бик һуң була.

Ғаилә өсөн был ҙур фажиғә Татарстанда, Бөй районындағы ауылдарҙың береһендә була. Асыҡланыуынса, был канализация ҡоҙоғо ни бары ике сантиметр ҡалынлығындағы ДСП менән генә ҡапланған була. Бала шул тирәлә уйнап йөрөй һәм ДСП-ға баҫа. Уныһы шунда уҡ емерелә һәм бала осоп төшә.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: