Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Август 2019, 08:50

Донъялағы иң шәп ҡатын һәләк булған

Автомобилдәрҙә ҡыуыусы һәм бар донъяла ифрат популяр булған “Легендаларҙы боҙоусы” ("Разрушители легенд") шоу-программаһын алып барыусы Джесси Комбс Американың Орегона штатындағы Алворда сүллегендә һәләк булған.

38 йәшлек ҡыйыу ҡатын тиҙлек буйынса яңы рекорд ҡуям тип тырышҡан: ул реактив автомобилдә сәғәтенә 1000 километр менән ҡыуырға ниәтләгән. Әйткәндәй, быға тиклем башҡа һыймаҫлыҡ тиҙлек рекордын ул үҙе ҡуйған булған, был юлы һөҙөмтәһен арттырыға ниәтләгән.


Комбс эшләгән шоу-программа вәкилдәре автомобиль йәнле ҡатындың ҡайғыһын уртаҡлашҡан.


– Ул дуҫ һәм хеҙмәттәш, индустрияла билдәгә әүерелгән шәхестәрҙең береһе ине. Тотоп алып булмаған ғәрәсәттәй ғүмере үтте лә китте уның, автомобилдәр донъяһында юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы, – тигән юлдар бар унда.

Башҡортостан гәзитенән.


Читайте нас: