Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Август 2019, 08:30

Донъялағы иң бәләкәй әсәй кем?

Был титулды Стейси һаман бер кемгә лә бирмәй. Уның ғаиләһендә өс бала - Катери, Макия һәм Малакай үҫә.

Буйы ни бары 71 сантиметр булған ҡатынға табиптар бала табыу бик хәүефле тип әйтә. Тик Стейси ҡурҡып тормай, бер генә түгел, өс балаға ғүмер бирә. Өсөнсө улы ваҡытынан һигеҙ аҙнаға алдараҡ тыуа. Уны кесарев ҡырҡыуы яһап алалар. Тыуған мәлендә малайҙың ауырлығы 1,19 килограмм була. Табиптар, Стейсиның эсендәге балаһы бик тиҙ үҫеү сәбәпле уның йөрәге һәм үпкәһе тура мәғәнәлә һытылыуы ихтимал тип, бик хәүефләнә. Шуға баланы иртәрәк тыуырға мәжбүр итәләр.

Стейсиның ире Уиллдың елкәһенә лә бик күп мәшәҡәт төшә. Ул ҡатынына ярҙам итер өсөн төндәрен балаларҙы үҙе ҡарай, подгузниктарын алмаштыра. Шул уҡ ваҡытта әсә көнө буйы балаһын имеҙә.


Әйткәндәй ҡатын инвалидтар коляскаһында йөрөй. Өйҙә махсус платформалар ҡуйылғас, ул коляска ярҙамыда балалары янына буйы етә һәм уларҙы үҙе лә ҡарай ала башлай. Шкафтар ҙа бик түбән ҡуйылған һәм уларға ҡатындың буйы етә.


– Беҙ бер ваҡыт та буш тормайбыҙ. Йоҡоға ла ваҡыт етмәй хатта, – ти Стейси.

Эйе, өс бала һәр кем өсөн дә ҙур һынау. Ә бына буйың ни бары 71 сантиметр ғына булһа? Ай-һай еңел түгелдер.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: