“Меридиан” баҡсасылыҡ ойошмаһында бер дача хужаһы менән ойошманың рәйесе араһында килешмәүсәнлектәр 2014 йылда уҡ башланған. Был ир баҡса участкаһына терәтеп ҙур ҡоролма яһап ҡуйғас, рәйес уның законһыҙ икәнлеген иҫбатларға тырышҡан. Суд артынан судтар киткән, талаш-тартыш дауам иткән. Былтыр иһә дача хужаһының Силәбе өлкәһе хакимиәте эргәһенә барып, үҙ-үҙен яндырыу менән янауы мәғлүм.
Күптән түгел оҙайлы суд баҡсасылыҡ ойошмаһы файҙаһына тамамланған, ҡоролманы һүтергә ҡушҡандар. Быға ла хәленән килгәнсә ҡаршылашҡан дача хужаһы, әммә суд приставтарына ҡаршы тора алмаған. Тик үсен... баҡсасылыҡ ойошмаһы рәйесенән алған – уға мылтыҡтан атҡан. Рәйес ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған, ә ҡыҙыу ҡанлы дача хужаһы закон алдында яуап бирәсәк.Башҡортостан гәзитенән.