Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Август 2019, 08:26

Әбейҙәр сыуағы нисәһе башланыр?

Көҙ етһә, әбейҙәр сыуағын көтә башлайбыҙ. Быйыл матур, йылы көндәр ҡасанға тура килер икән? Синоптиктарҙың яуабы бар.

Сентябрҙең беренсе декадаһы һыуыҡ һәм ямғырлы буласаҡ. Ә бына икенсе аҙнаһынан оҙайлы йылы киләсәк, тип ҡыуандыралар.


Йәйҙең һуңғы көндәре һалҡан, ямғырлы һәм йәшенле. Сентябрҙең тәүге аҙнаһында ла һауа торошонда әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй: һалҡын, ямғырҙар... Әбейҙәр сыуағы иһә 8 сентябрҙән һуң башланасаҡ.


Шулай итеп, синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, икенсе аҙнала, 2-һенән 8 сентябргә тиклем, көндөҙ 11-16, төндәрен 6-8 градус йылылыҡ көтөлә. Ямғыр яуасаҡ.

9 сентябрҙән көткән йылы киләсәк. Бындай матур көндөр оҙаҡ ҡына – ике аҙна самаһы ҡыуандырыр. Көндөҙ 26 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Төндәрен дә 15 градусҡа тиклем йылы көтөлә, ҡырауҙар булмаҫ, тиҙәр.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: