Белгестәр хәбәр итеүенсә, ғәҙәттә, уҡыу йылы башында педикулез (бетләү) менән сирләүселәр һаны арта. Был хаҡта республиканың Роспотребнадзор хеҙмәте хәбәр итә.
Йыл һайын Башҡортостанда педикулез менән сирләүҙең 500 – 1000 рәсми осрағы теркәлә. Ғәҙәттә, 7 йәштән 14 йәшкәсә балалар сирләй.
Ағымдағы йылдың ғинуар – июлендә ошондай 198 осраҡ теркәлгән, шул иҫәптән 14 йәшкә тиклемге 123 балала. Былтыр ошо уҡ ваҡытта күрһәткес 235-кә тиң булған.
Бет – кеше тиреһендә йәшәүсе паразит, уның ҡаны менән туҡлана.Башҡортостан гәзитенән.