Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Август 2019, 08:47

Банкомат ниңә ялғанды ҡабул итә?

Рәсәйҙә банкоматтарҙың иҫке моделдәре банк мәҙәге тип йөрөтөлгән купюраларҙы ҡабул итеүе билдәле. Эксперттарҙың мәғлүмәттәре буйынса, уйынсыҡ купюраларҙы бары NCR компанияһы етештергән ҡорамалдар ярҙамында ғына ҡулланырға мөмкин булған.

Бындай һөжүмдән дүрт кредит-аҡса учреждениеһы зыян күргән. Рәсәйҙә етештереүсенең ҡырҡ меңдән ашыу ҡорамалы бар. Эксперттарҙың әйтеүенсә, ғәйеп - купюраларҙы таныу өсөн яуаплы программаларҙы тәьмин итеү ҡорамалдарында (валидаторҙар). Проблема - иҫке моделдәрҙе файҙаланыуҙа. Мәсьәләне хәл итеү өсөн валидаторҙарҙы яңыртыу талап ителә.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: