Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бесәйҙәрҙең дә яҙмышы аяныслы тамамланған: кемдәрҙер уларҙы ла хужаһы артынан мәңгелек йоҡоға талдырған... Бер юлы шул тиклем йорт хайуанын үлтереүҙәре тураһында ишеткән дә, күргән дә юҡ ине әле быға тиклем.
Фатирҙы йыйыштырырға килгән клининг компанияһы хеҙмәткәрҙәре аш бүлмәһендәге кухня гарнитуры артында мөйөшкә һырынған бесәй балаһын табып ала. Теге утыҙҙан тик ул ғына йәшенеп ҡалған, ти улар. Тәүҙә кешеләргә яҡын да килмәй, ашамай ҙа – бик ныҡ ҡурҡҡан хәлдә була, ә аҙаҡ яйлап өйрәнә.
Әле ирекмәндәр ошо бесәй балаһын яҡшы ҡулдарға тапшырырға уйлай. Изге күңелле кешеләр күп ул, етем ҡалған бесәй балаһына ла ипле хужа табылыр, ти улар. Беҙ ҙә шулай булырына бик ныҡ ышанабыҙ.Башҡортостан гәзитенән.