- «Зәңгәр яғыулыҡ»һыҙ бөгөнгө тормошто күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Йылдан-йыл яңы йорттар төҙөү иҫәбенә Һеҙҙең коллектив хеҙмәтләндергән объекттар иҫәбе арта. Юнир Ханмырҙа улы, уҙған осорҙа газ хеҙмәткәрҙәре тарафынан ниндәй эштәр башҡарылған?
- Беҙҙең эштең үҙенсәлеге шундай, беҙ тотош йыл дауамында ниндәй ҙә һауа торошонда тырышып эшләйбеҙ. Әммә, йәй һәм көҙ - беҙҙең өсөн үҙенсәлекле ваҡыт, сөнки ҡышҡы миҙгел һәйбәт режимда, ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ үтһен өсөн газ ҡоролмаларын әҙерләйбеҙ. Бының өсөн 324 берәмек келәле арматураны техник хеҙмәтләндерҙек; 76 газ көйләү (ГРП), газ блоклы көйләү (ПГБ), шкафлы көйләү (ШРП) пункттарында газ ҡоролмаларын ремонтланыҡ һәм техник хеҙмәтләндерҙек; 68,8 километр ер аҫты газ үткәргесен техник хеҙмәтләндерҙек; өс газ ҡоҙоғон бөтөрҙөк. Газ үткәргес һалдыҡ һәм Стәрлебаш ауылының Әхмәтов һәм Ленин урамдары буйынса 1 һәм 2 һанлы блоклы модуль ҡаҙанлыҡтарына уртаса баҫымлы газ үткәргесте тоташтырҙыҡ. Гөмбаҙы, Бүләк, Түбәнге Шәкәр, Баҡый, Буҙат ауылдарында биш ГРП, ПГБ алмаштырҙыҡ. Торлаҡ йорттарға газ үткәреү буйынса ҙур эш башҡарыла. Бөгөнгө көндә ул 26 йортта башҡарылған.
- Ағымдағы йылда тағы алты күп фатирлы ике ҡатлы йорт шәхси газ йылытыуына күсә.
- Эйе. Һәм газ ҡорамалдары өҙлөкһөҙ, аварияһыҙ эшләһен өсөн уларҙы тикшереү буйынса барлыҡ эштәр беҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең яуаплылығы зонаһында.
- Белеүемсә, был йәһәттән уларға ялыуҙар юҡ?
- Эйе. Сөнки эштәрен улар намыҫлы башҡара. Быға йорттарҙа йылылыҡ һәм газ менән тәьмин итеү генә түгел, кешеләрҙең ғүмере лә бәйле. Был турала шул факт та һөйләй, ошо көндәрҙә район етәкселеге үткәргән традицион граждандарҙы ҡабул итеүҙәрҙә, беҙҙең хеҙмәткә ҡарата ялыуҙар булманы.
- Һуңғы ваҡытта Һеҙ етәкләгән коллектив күпкә йәшәрҙе.
- Барлығы унда 57 кеше иҫәпләнә. Улар хеҙмәт бурыстарын яҡшы белә, яуаплы һәм итәғәтлеләр. Эштәрен яраталар һәм ҡәҙерен беләләр. Беҙҙән китһәләр ҙә, хаҡлы ялға ғына. Эйе, һуңғы ваҡытта коллектив йәш кадрҙар менән тулыланды. Һәм был һөйөндөрә. Шуға ҡарамаҫтан, йәштәр һынатмай. Улар белгәндәренән тыш, өлкәндәрҙән оҫталыҡ серҙәренә өйрәнә, даими рәүештә квалификацияларын арттыра.
- Алдынғыларһыҙ ниндәй байрам булһын? Һеҙҙә лә улар аҙ түгелдер тип уйлайым.
- Күндерәк зонаһының ете ауылын хеҙмәтләндергән Фәуәт Һөйәрембәтовты айырыуса билдәләп үткем килә. Ул тиклем эш күләме башҡа берәүҙә лә юҡ. Шуға күрә уға ғәйәт ҙур эш йөкмәтелгән. Яуаплы, башҡарыусан Фәуәт бөтә эште еренә еткереп башҡара. Шулай уҡ Ринат Ғиззетдинов (Буҙат зонаһы), Әлфир Дәүләтшин (Ҡуғанаҡбаш зонаһы), Әлмир Саҙриев (Ямғырсы зонаһы), ауылдарҙа һәм район үҙәгендә өйҙәрҙә газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнгән Айрат Мусаҡаев, Рәил Вәлишин, Ирина Латипова һәм Радмир Макашев составындағы бригада (бөгөнгө көндә улар 4600 йортта техник хеҙмәтләндереү үткәргән), Фәнил Ишбулдин, Руслан Ҡасимов, Дамир Ғәлиәкбәров, Рафаэль Мөхәмәтов, Сергей Мәхмүтов, Усман Байморатов, Ленар Йәминов, Ирек Ғәзизуллин, Иван Макаров, Илдар Ғәлиәкбәров, Ирек Кәримов, Радмир Бакиров, Ғәлиә Ғафаровалар ҙа шулай уҡ тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ.
Һөнәри байрамыбыҙ алдынан хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы һәм коллегаларыбыҙҙы ошо әһәмиәтле дата менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, район халҡы мәнфәғәтендә аварияларһыҙ эшләүегеҙҙе, ғаилә бәхете һәм яҡшы кәйеф теләйем.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Юнир Ханмырҙа улы!Рәйсә МУСИНА яҙып алды.