Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Август 2019, 14:07

Минтимер Шәймиев – миллиардер

“Форбс” журналы сираттағы тапҡыр Рәсәйҙең иң бай ғаиләләренең исемлеген баҫтырҙы. Былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса иң байы – “Сафмар” төркөмө хужаһы Гуцериевтар ғаиләһе. Былтыр уларҙың мөлкәте 320 миллион долларға кәмеүенә ҡарамаҫтан, беренселекте бирмәй – 5 миллиард 970 миллион доллар тәшкил итә.

Икенсе урында – Санкт-Петербургтан Ротенбергтар ғаиләһе. Уларҙың “Строймонтаж” фирмаһы һәм башҡа мөлкәте 5 миллиард 180 миллион тип баһалана.


“Бронза”ға Татарстандың элекке етәксеһе Минтимер Шәймиев лайыҡ. Уның ТАИФ төркөмөндәге өлөшө 2,8 миллиард долларға етә икән.


Иң бай ун ғаилә исемлегенә шулай уҡ Евтушенколар (АФК “Система”), Линник (“Мираторг”), Михайлов-Бабаевтар (“Черкизово”) һәм башҡалар инә.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/mintimer-sh-ymiev-milliarder/
Читайте нас: