Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Август 2019, 08:42

ЯРАТЫРҒА КӘРӘК... ҮҘЕМДЕ...

Бер туҡтауһыҙ ҡайҙалыр сабабыҙ... Ярым-йорто эселгән сәйҙәр... ярым-йорто һүҙҙәр... өҙөлгән төштәр... ләүкегән өмөттәр... күңелдәр – һәммәһе лә ярым-йорто ҡала. Ҡайҙа, ниңә улай ашығабыҙ? Хас та, билдәле мәҫәлдәге ҡуласала зыр өйөрөлгән тейен хәлендәбеҙ. Үтә эшлекле, етди ҡиәфәт менән эләгә-йығыла әйләнәбеҙ ҙә әйләнәбеҙ – кемеһелер эштә, кемеһелер өйҙә... минең кеүек.

Туҡтап ҡалдым бер көн. Көҙгө алдында. Түбәмә өйөп ҡуйылған сәс йомарламы, маңлай сирыштырып төйөлгән ҡаштар, улар аҫтында үтә бойоҡ күҙҙәр... Уңайлы тип кейеп алған бынау халат ишараты унһыҙ ҙа төшөнкө яурындарҙы бөтөнләй юҡҡа сығарған төҫлө...
– Йә, ҡәнәғәтһеңме үҙең менән?
Тертләп киттем – кем бар?
– Мин, йәғни һин, – мыҫҡыллы көлгән кеүек булдылар, – онотолған үҙең.
– Кеше үҙ-үҙен онотамы ни? – тигән булдым, әллә ысын, әллә буш.
– Һы, онотоу ғына түгел, юҡҡа сығып, шәүләгә әйләнеп ҡуя әле бәғзе берәүҙәр, – эске тауыш, ниһайәт, мине ишеттеләр, тигән төҫлө, йомшаҡ ҡәнәфигә сумып етди әңгәмәгә әҙерләнде, булһа кәрәк.
– Шөкөр, был миңә ҡағылмай.
– Ха-ха-ха, үкенескә ҡаршы, тап һиңә ҡағыла шул, иптәш Сөләймәнова. Йә, иҫлә әле, һуңғы тапҡыр ҡасан “миңә”, “үҙемә” тип һүҙ сурытҡаның булды, ә? Атай-әсәйеңдең иркә генә, наҙлы ҡыҙыҡайы ҡай арала бынау шөҡәтһеҙ халатҡа төрөнгән төҫһөҙ өй ҡарасҡыһына әйләнде икән? Сәстәреңә күҙ һал – һуңғы тапҡыр ҡасан бөҙрәхана ишеген асып индең? Үҙең өсөн зауыҡлы кейем, затлы хушбуй, биҙәүестәр ҡарап, сәғәттәр буйы быяла бутиктар араһында йөрөүҙе лә тамам оноттоң түгелме ни? Әйткәндәй, яратҡан хушбуйыңа тип һалып ҡуйған аҡсаңа нимә алдың шул?
– Бәпестәремә кейем-һалым, уйынсыҡ алдымсы, – бер-бер артлы яуған һорауҙарҙың һуңғыһына шундуҡ яуап табылды, әйтәгүр.
– Үә-ә-әт! Ҡыҙҙарыңдың кейем шкафы ул тиклем күлдәк-ыштандан тиҙҙән ишелеп төшәсәк! Ә уйынсыҡ! Бала күңелен йәһәт биҙҙергән иҫәпһеҙ-һанһыҙ тәтәйҙәрҙе ҡайҙа тығырға белмәй этләнеп бер булаһың бит?! Ниндәй мәғәнәһеҙлек! Бәғзе бер бисара ҡатындар тормош ирҙәренән һуҡыр тинен һорап ала алмай, ә һинең ир һәр теләгеңде ҡәнәғәтләндерергә әҙер, эш хаҡын да теүәл үҙеңә тапшыра. Һай, мәшә-ә-ү! (Йәнә көлгән буламы шул, хайырсы.)
Туҡта, икенсе берәүҙән түгел, ә үҙемдән үҙемде яҡлай алмай, бахыр ҡиәфәтендә ауыҙ асып торғас мәшәү булмай кем булам инде ул?
– Һинеңсә, бала баҡмай, өй тотмай, үҙ-үҙемә мөкиббән китеп, йәғни биҙәү ҡатын сүрәтендә йөрөһәм, шул дөрөҫ инде, улайһа. Тимәк, өс ҡыҙыма хәстәрлекле әсәй, хәләлемә һөйөклө ҡатын, өлгөр хужабикә булырға маташып ятыуымдан бер фәтүә лә юҡ тиеүеңме был?
– Кейәүгә сығып, бала табып, ғаилә хәстәренә күмелгән ҡатындарҙың һәммәһенең тиерлек затлы башҡайҙарында әллә үҙенә күрә берәй ҡыҫҡа ялғаныш буламы икән ул, ә? “Миңә”, “үҙемә” тигән изге төшөнсәләр гөлтләп юҡҡа сыға ла, “беҙ” тигәне генә тора ла ҡала.”Мин – әсәй”, “мин – ир ҡатыны” тип түш ҡағыуҙан башҡаны белмәйһегеҙ. Арып-талып эштән ҡайтҡан хәләлегеҙ алдында ҡаҡашҡан сәс, йонсоу йөҙ, буй-һындың йәмен ебәргән һәлбер-һолбор кейем менән өлтөрәп йөрөүегеҙ ир кешенең күңел тигән нәмәһен елкендереп, өй тип атлығып торорлоҡ итәме икән ни һуң?! Ҡәҙерлегеҙҙең тупһанан тышҡа атлау менән, нәзәкәтле, гүзәл туташтарға ҡарап, минеке лә ниңә шулай түгел икән, тигәнерәк уйҙар йомоп йөрөп ятмауында кемдең ышанысы бар? Ҡыҙҙарым да ҡыҙҙарым, тиһең. Үҙ-үҙенә төкөрөп ҡараған, үҙен яратмаған әсә ҡыҙ балаға зауыҡ, нәзәкәтлек, матурлыҡ серҙәрен төшөндөрә аламы инде? Әсәлек, һис шикһеҙ, бөйөк бурыс. Уға һүҙ тейҙерергә хаҡым да, теләгем дә юҡ. Эйе, мәмерйәне төйәк ҡылған ата-бабаларыбыҙ заманынан уҡ ҡатын-ҡыҙҙың иңенә йөмлә йорт хәстәре, бала-сағаны тәрбиәләү һалынған. Әммә ул замандан бирле нисә туфан ҡалҡҡан, ә беҙҙең ҡайһы бер гүзәл заттар һаман шул “мәмерйә тормошо”нан арына алмай, йәнем көймәгәйе. Ярай һин ҡағылмай-һуғылмай тыныс ҡына йәшәп ятаһың. Балаларыңдың атаһы ҡәҙерләп, хөрмәт итеп тора үҙеңде. Ә бар бит тамам өй көбәгенә әйләнгән, ир йоратының һәр бойороғон тауыш-тынһыҙ үтәгән, туҡмаҡтарын тейеш тиеп ҡабул ҡылған өнһөҙ ҡолбикәләр. Был турала ниндәйерәк фекер йөрөтөрһөң? – “онотолған үҙем” ҡыҙа башланы, буғай.
– Улай уҡ бисара хәлендә ҡалырға ярамай, әлбиттә. – Күҙ алдыма йөҙөнән шеш китмәгән, ҡул-аяҡтары семтелеп, күгәреп бөткән таныш ҡатын килеп баҫты. Ҡасан һорама, хәлдәре гелән яҡшы уның. Ире лә шәп, балалары ла бәхетле. Күҙҙәрендә иһә батып үлерлек һағыш. Ә Ир шә-әп... – Беҙҙең затҡа бындай упҡынға этелмәҫ өсөн ни ҡылырға һуң? Бер ҡыҙғанда, әйҙә, туғарыл.
“Онотолған үҙем” йәнә телгә килде:
– Беләһеңме, минеңсә, беҙҙең халыҡтың йәшәйешен ҡатмарлаштырған төп бәлә – үҙ-үҙен яратмауҙа, үҙен нисек бар, шулай ҡабул итмәүҙә. Айырыуса, ҡатын-ҡыҙҙың тормошон “ағыулай” был нәмә. Хатта фажиғәле лә итә. Үтә тыйнаҡбыҙ, ғәжәп сабырбыҙ, иҫ киткес баҫалҡыбыҙ. Ярай ҙа, ата-әсәһенең ҡәҙерләп баҡҡан емеше төшкән ерендә ирәүәнләп сәскә атһа... Ә бер йыртҡыс йәнле әҙәмгә тәл булһа, ни эшләр? “Үлтерһә, үлтерер, түҙәйем, атай-әсәйем йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтереп, бәләмде һалып ҡайтып йөрөмәйем...” – тип, артабан да шул мәхшәргә күнеп йәшәйәсәк бит ул ҡыҙ бала.
Яратырға кәрәк... үҙеңде. Ә үҙеңде яратыу-яратмау бала саҡтан – тәрбиәнән килә. Баланы биләүҙән бығаулап харап итәбеҙ, ахырыһы. Саҡ ҡына тауыш ҡуптарһа, сеү, кешенән оят, тигән булып, тыя һалабыҙ. Бәпесебеҙҙе берәү ҡыйырһытһа, хәлде асыҡлар урынға, ҡуй, ошаҡлашыу килешкән эш түгел, тип йәнә ҡаршы төшәбеҙ. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ тыйыу-нотоҡтар солғанышында буй еткергән балала уңайһыҙланыу, үтә оялсанлыҡ, баҙнатһыҙлыҡ, үҙ-үҙе менән ҡәнәғәтһеҙлек кеүек шәхес булараҡ үҫешенә, камиллашыуына, изге хыял-маҡсаттарға ирешергә аяҡ салған бихисап сифаттар ярылып ята. Үҙ-үҙенән ҡәнәғәтһеҙлек кисергән, ҡыйыуһыҙлығы хаттин ашҡан кеше иһә насар ғәҙәттәрҙе иш итергә маһир булыусан. Ана, үҙең белгән шомоҡа ғына оялсан бәндәләр, хәмер эсеп, ҡайһылай ҙа батырайып китә! Шунда уҡ күңеленең тәрә-ә-ән бер мөйөшөндә йәшеренеп ятҡан мин-минлеге лә ҡалҡып сыға. Хәмер шауҡымы үтһә, сәхнәләге геройыбыҙ йәнә тамашасы залына түңкәрелә. Онотоп торам, ололарҙың аҡыллы фәлсәфәһен (ғәйбәт менән бутамағыҙ!) тыңлап ултырған ул-ҡыҙҙар үҙ фекерен әйтергә теләһә лә, асылған ауыҙҙы яптырып, өлкәндәрҙең һүҙенә ҡыҫылып ултырма, тип, ҡыуып ебәргән булабыҙ. Был осраҡта, үҫеп кеше араһына сыҡҡан йәш кеше, ул-был хәлгә ҡарата төйнәгән уй-ҡарашын еткерә алмай, тағы юғалып ҡала.
– Йәғни “ҡыҙ баланы ҡырҡ ерҙән тый” тигәнерәк ҡарһүҙҙәр бөгөнгө көн өсөн актуаллеген юғалтҡанмы инде? – өс ҡыҙ тәрбиәләгән әсә булараҡ, аҡыл һатып маташҡан эске тауышты бүлдерергә йөрьәт иттем.
– Һәр нәмәлә сама, алтын урталыҡ тигән төшөнсәләргә буйһоноу фарыздыр. Яҡшыны ямандан айырыр йәште күптән үткәнһең, тыйыуҙарҙың да урынлы-урынһыҙын тойомларға тейешһең дә баһа?! Тиктомалдан туғанын йә иптәшен елтерәткән, әрһеҙ һөйләшкән, үсекләшкән, олоно – оло, кесене кесе тип белмәгән баланы аҡылға ултыртыу зарур, әлбиттә. Беҙ теманан бөтөнләй ситләшә башланыҡ, буғай. Әйҙә әле үҙеңә әйләнеп ҡайтайыҡ.
– Уй, үҙем турала һөйләргә ни, мин кем шул тиклем?!
– Тәү сиратта, һин – шәхес! Үҙеңә генә хас эске донъяң, кисерештәрең, уй-хыялдарың, ҡарашың, хатта йөрөшөң, тын алышыңа тиклем ҡабатланмаҫ Хоҙай бәндәһеһең. Бөтәһенә лә харап уңайлы, кәрәк саҡта ғына файҙаланыла торған йәнһеҙ әйбер түгелһең. Бына бөгөн шәхсән үҙең өсөн нимә эшләнең?
– Һм... ә-ә… – яуап табылманы.
– Тояһыңмы инде үҙеңде ни тиклем яратыуыңды? Бәпестәреңде, һөйөклөңдө әпәүләп, арҡа-ҡулдарын, талсыҡҡан аяҡтарын һылап-һыйпап йоҡларға һалдың да, керйыуғысҡа кереккән кейем-һалымды тултырҙың, тегендә-бында туҙышҡан уйынсыҡтарҙы йыйыштырҙың, киске табындан ҡалған ҡашығаяҡты ла йыуып түңкәрәһе бар. Ошо эштәрҙе бергәләп эшләп булмай инеме ни?! Шунан, төн ауышҡас, арып-талып мендәреңә ҡапланаһың. Эх, һин!
Күҙем йәшкә сыланды. Ысынлап та, әсәй, ир ҡатыны, асыҡ йөҙлө хужабикә булыуҙан тыш, үҙемдең Ҡатын-ҡыҙ асылымды онотоп ебәргәнмен түгелме?! Һирәк-һаяҡ кейелгән матур күлдәк-туфлиҙарым, биҙәнгестәрем күптән инде эшһеҙ йонсоп ята. Йәш саҡтағы шаян, шуҡ әхирәттәрем дә зым-зыя. Йән дуҫтар менән сер бүлешеп, сөкөрләшеп сәй эсеүҙәргә лә ни заман?! Йылына бер барған концерт-киноһында ла, балаҡайҙар ни хәлдә, ни эшләй икән тип, борсолоуҙан баш сыҡмай (олатай-өләсәйҙәр ҡарамағында ҡалһа ла)... Башта керпек кенә сылатҡан йәштәр, ниһайәт, даръяға әйләнде... Ҡасанан бирле баш мейеһен сүкегән эске тауыш та тынған. Юҡ, етәр. Алтын урталыҡты табырға ваҡыт. Күңелде ҡәнәғәтләндерер, илһамландырыр шөғөлгә тотонаммы, һөйкөмлө вә серле ҡатын-ҡыҙ асылым менән хәләл ефетемде әленән-әле ғашиҡ иттерәмме, таш диуарҙар араһына бикләнгән ирәүән күңелемде тотҡондан сығараммы, шул уҡ мәлдә ҡыҙҙарыма үрнәк булырҙай шәп әсәй буламмы, бер бирелгән ғүмерҙең ләззәт-рәхәттәрен кисерәмме – һәммәһенә лә өлгөрәсәкмен! Үҙен яратҡан һау-сәләмәт әсәй, йәшәү дәрте тиртеп торған бәхетле ҡатын янында кем көйһөҙләнеп торор икән?!
– Тап шулай, ҡәҙерлем, һинең өсөн шатмы-ын... – ҡайҙалыр юғалып торған эске тауыш та рәхәтләнеп һулҡылдай ине, булһа кәрәк...Шоңҡар журналынан.
Читайте нас: