Бит-ҡулдарҙың шымалығы, сәстәрҙең таҙалығы, йыуынғандан һуң тәндән хуш еҫ бөркөлөүе, ҡараулы тырнаҡтар, ҡупшы күлдәк – ошондай ваҡ-төйәктәр ҙә ҡатын-ҡыҙҙың кәйефен күтәрә ала.
Әлбиттә, матурлыҡ индустрияһы ярайһы ҙур сығымдар талап итә. Шуға ла матурлыҡ тыуҙырыу серҙәренә өйрәнеп алыу бер кемгә лә ҡамасауламай. Икенсе яҡтан, ә үҙ матурлығың өсөн ваҡыт бүлә белеү, тартынмайынса аҡса сарыф итә белеү ҙә мөһим нәмә. Бындай маҡсатта аҡса сарыф итеү үҙен аҡламай ҡалмай. Берҙән, ул үҙе бәхеттән балҡый, ҡатын-ҡыҙ бәхеттән балҡығанда уның яҡындарына ла яҡшы. Әгәр ҙә үҙемә ваҡытым юҡ тип әйтәбеҙ икән, тимәк, үҙ бәхетебеҙгә, матурлығыбыҙға, һаулығыбыҙға һәм яҡындарыбыҙҙың күңел торошона ла төкөрөп ҡарайбыҙ тигән һүҙ. Ә инде үҙ-үҙебеҙ өсөн мөһим түгелбеҙ икән, башҡалар өсөн мөһим булыуыбыҙға өмөтләнмәйек тә.
Түбәндә телгә алынасаҡ кәңәштәр ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы ҡиәфәтенә генә түгел, күңел донъяһына ыңғай йоғонто яһамай ҡалмаҫ.
Массаж. Тәнгә ҡағылыу әсәй һөйөүе менән бәйле тойғолар ҡалдыра. Әгәр ҙә әсәй һөйөүенә мохтаж кеүек тойолоп китһә, яҡшы массаж оҫтаһына мөрәжәғәт итегеҙ. Был осраҡта кәйефегеҙ ҙә яҡшырыр сәләмәтлегегеҙ ҙә нығыныр.
Сәстәрҙе тәрбиәләү. Ҡатын-ҡыҙҙың тормош көсө – сәстәрҙә. Сәстәр оҙонораҡ булған һайын уның арбау көсө лә нығыраҡ, тиҙәр. Сәстәр тейешле кимәлдә түгел икән, был иһә ҡатын-ҡыҙҙың психикаһы менән бәйле мәсьәләләр хаҡында һөйләй. Һәм сәсте тәрбиәләү мотлаҡ күңел торошон ипкә килтермәй ҡалмай. Ҡайһы берҙә кәйеф күтәрелһен өсөн сәсте йыуып алыу йәки бөҙрәханаға барып ҡайтыу ҙа етә.
Маникюр, педикюр. Бөгөн һеҙҙең аяҡ-ҡулдарығыҙҙы һөйгәнегеҙ наҙлаясаҡ тип күҙ алдына килтерегеҙ. Улар ҡарауһыҙ булһа, ниндәй тоғолар кисерерһегеҙ? Йөрәгегеҙҙе оялыу, ҡурҡыу тойғоһо биләмәҫме? Янығыҙҙа һөйгәнегеҙ булмаһа ла, аяҡ-ҡулдарығыҙҙы тәртиптә тотоғоҙ. Уның бына-бына тормош юлығыҙҙа осрауы ла ихтимал бит.
Ванна ҡабул итеү. Һыу ҡатын-ҡыҙ өсөн мистик көскә эйә. Ул тынысландыра, арыуҙы баҫа, сафландыра, кире хис-тойғоларҙы йыуып төшөрә. Үҙегеҙҙе ундай кинәнестән мәхрүм итмәгеҙ. Һыуға хуш еҫле рауза сәскәләрен һалығыҙ, шәм ҡабыҙығыҙ, еңел генә көй тыңлағыҙ. Үҙегеҙҙе яратҡан һайын башҡалар ҙа һеҙҙең хаҡта нығыраҡ хәстәрлек күреүҙәрен аңларһығыҙ.
Макияж. Беҙ һәр ваҡыт матур булырға тейеш. Үҙебеҙ, үҙ кәйефебеҙ өсөн. Әгәр ҙә бының өсөн макияж да талап ителә икән, уны көн дә эшләгеҙ.
Мунса, сауна. Кинәнеп тирләгеҙ, тәнегеҙгә ял бирегеҙ. Янығыҙға әхирәттәрегеҙҙе лә саҡырығыҙ. Ашыҡмағыҙ, тәмләп сәй эсегеҙ. Тәнегеҙҙгә хуш еҫле майҙар һөртөгөҙ. Бындай процедуранан һуң үҙегеҙҙе ҡиммәтле матурлыҡ салонына барғандай хис итерһегеҙ.
Йога, спорт, фитнес, йөҙөү. Тормош рәүешегеҙгә нимә нығыраҡ тап килә – шуны һайлағыҙ. Беҙҙең тән көндәлек әүҙемлекте талап итә – шуны онотмайыҡ.
Матур кейемдәр, биҙәүестәр, хушбуйҙар. Матур күлдәк кәйефте күтәрә ала, ҡиммәтле хушбуй, затлы, матур биҙәүестәр үҙенсәлекле итә. Ҡатын-ҡыҙға һәр саҡ ниндәйҙер яңылыҡ, яңы итәктәр һәм күлдәктәр кәрәк. Уларҙың оҙонлоғо иҙәнгә етеп тороуы тағы ла яҡшыраҡ. Был осраҡта үҙегеҙҙе ысынлап та нескәрәк, нәзәкәтлерәк итеп тойорһоғоҙ. Хатта муйынығыҙға таҡҡан кескәй генә яулыҡ та кәйефегеҙҙе күтәреп ебәреүе ихтимал. Үҙегеҙгә тап килгән таштар, биҙәүестәр һайларға өйрәнегеҙ. Гәүһәр ташлы, көмөш биҙәүестәргә өҫтөнлөк бирегеҙ. Сөнки уларҙа ай энергияһы көслө. Ә ай энергияһы ҡатын-ҡыҙҙы нәзәкәтлерәк итеү көсөнә эйә.
Йәшәгән урындың таҙалығы, бөхтәлеге. Өйҙә йыйнаҡһыҙлыҡ хөкөм һөрә икән, кәйеф тә аламараҡ булыр. Әгәр ҙә мәшәҡәттәрегеҙ баштан ашҡан кеүек тойолһа, һәр нәмәне үҙ урынына ҡуйып сығығыҙ, артыҡ әйберҙәрҙән ҡотолоғоҙ. Был осраҡта кәйефегеҙ ҙә күтәрелер, йөҙөгөҙ ҙә нурланыр, тормошоғоҙ ҙа еңеләйгән төҫлө тойолор.
Әлбиттә, былар һәр ҡатын-ҡыҙ өсөн мәғлүм. Һәм беҙ тормошто ошондай ләззәтле минуттарҙан мәхрүм итмәйбеҙ. Тик ҡайһы берҙә әллә ни әһәмиәт биреп бөтмәйбеҙ, уларҙы эш араһында ашыҡ-бошоҡ башҡарылырға тейешле процедуралар тип ҡабул итәбеҙ ҙә, тәмен тойоп кинәнмәйбеҙ. Ҡыҫҡаһы, ошондай ваҡ-төйәктән дә йәм табып йәшәйек! Башҡортостан гәзитенән.