Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Август 2019, 14:10

Күҙ алдында һыу төбөнә китә

40 йәшлек ирҙең балыҡҡа барыуы фажиғәле тамамлана. Кисә иртәнсәк Баймаҡ районының Иҫән ауылы кешеһе Талҡаҫҡа юллана.

Күңеллерәк булһын өсөн йылытҡыс эсемлек тә төшөрөп ала. Тик күл уртаһында ни сәбәп менәндер кәмәһе әйләнә, ир һыу төбөнә китә.

Был хәл иртәнге туғыҙҙар тирәһендә, күп кешенең күҙ алдында була. Ир күлдә юғалғас, ни булғанын төшөнгән халыҡ ҡотҡарыусыларҙы саҡырта. Әммә һуң була – ирҙең үле кәүҙәһен генә сығаралар.


Бындай хәлдәр әленән-әле ҡабатланып ҡына тора. Күп осраҡта кеше үҙенең иғтибарһыҙлығы, ғәмһеҙлеге арҡаһында һыуҙың ҡорбаны була.
Читайте нас: