Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Август 2019, 21:40

Ташбаҡамы был, кәбеҫтәме?

Ырымбурҙа “Volvo” автомобилен туҡтатып тикшергән полиция хеҙмәткәрҙәре 4100 ташбаҡа йәшерелгәнен күреп, таң ҡала. Уларҙың барыһын да сит илгә сығарыу өсөн кәбеҫтәгә оҡшатып маскировкалағандар.

Тартып алынған ташбаҡалар хаҡы — 7,7 миллион һум. Был табышты полицейскийҙар ваҡытлыса Ырымбур педагогия университетының буш бинаһына урынлаштырып торған. Вуз хеҙмәткәрҙәре менән берлектә полицейскийҙарға ташбаҡалар “армия”һын ай ярым буйы тәрбиәләргә тура килә.
Читайте нас: