Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Август 2019, 10:12

Массажды шулай ҙа эшләйҙәр икән

Америка Ҡушма Штаттарынан массажсы Дороти Штейн тешләп хеҙмәт күрһәтеүе менән дан алған. Ул кешеләрҙең мускулдарын йомшартыу, ҡан әйләнешен яҡшыртыу өсөн ошо алымды ҡуллана икән.

Быларҙың барыһы ла бала сағынан башланған. Уға биш йәш булғанда, әсәһе массаж эшләүен һораған. Ҡыҙҙың ҡулының көсө етмәгәс, тешләп яһарға ҡушҡан. Ошо ғәҙәт инде дүрт тиҫтә йыл ҡатынға аҡса эшләргә ярҙам итә.

Һикһәненсе йылдар башында “Def Lepard” һәм “The Rolling Stones” кеүек билдәле төркөм ағзаларына массаж эшләп дан яулай. 1994 йылдан ғына үҙ сеанстарына аҡса һорай башлай. Хәҙер Штейн Голливудта киң таралыу алған. Тештәр ярҙамында эшләнгән массаждың бер сеансына ул 150 доллар ала.
Читайте нас: